Сәләмәт булайыҡ
31 Август 2021, 17:00

Киҙеүҙән прививка яһатыр ваҡыт етте

Ковидтан прививканы тулыһынса яһатҡандан һуң ғына киҙеүҙән вакцина ҡаҙатырға ярай. Ни өсөн тигәндә...

Киҙеүҙән прививка яһатыр ваҡыт еттеКиҙеүҙән прививка яһатыр ваҡыт етте
Киҙеүҙән прививка яһатыр ваҡыт етте

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү саралары буйынса брифинг үткәрҙе.

Башҡортостанда ковид раҫланған осраҡтар – 57 050. Һуңғы тәүлектә 302 кеше сирҙе йоҡторған. Әле стационарҙарҙа – 678 (438-е - алтмыш йәштән өлкәндәр), амбулатор шарттарҙа 3 445 ауырыу дауалана. 58 пациент ауыр хәлдә, туғыҙ кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Реанимацияла ятҡандар һәм ауыр хәлдәгеләр араһында коронавирустан вакцина яһатҡандар юҡ.

Үткән тәүлектә 78 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 15 сирле вафат булған. Вирус ҡорбандарының дөйөм һаны – 1 116, алтмыш йәштән өлкәндәр 891 кеше тәшкил итә.

Республикала коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу дауам итә. Беренсе компонентын 1 154 353 кеше яһатҡан, икенсеһен – 994 345.

Көҙ яҡынлашты, тимәк, организмды декабрь-ғинуар айҙарындағы эпидемиологик миҙгелгә әҙерләргә ваҡыт етте. Коронавирустан эшләтелгән вакцина киҙеүгә ҡаршы яһалған прививканы алмаштыра алмай. Ике сирҙең бергә ҡушылып китеүе ауыр өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Коронавирустан яһатылған прививка менән киҙеүҙән эшләтелгәне араһында ике-дүрт аҙна арауыҡ булырға тейеш. Ковидтан прививканы тулыһынса яһатҡандан һуң ғына киҙеүҙән вакцина ҡаҙатырға ярай. Ни өсөн тигәндә, тәүҙә организмда коронавирус инфекцияһына ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш.

Әле республикаға киҙеүгә ҡаршы Ультрикс Квадри вакцинаһы килтерелгән. Оҙаҡламай СОВИГРИПП алыныуы көтөлә. Барығыҙҙы ла прививка пункттарына саҡырабыҙ.

 Фото: Мое-Lipetsk.ru




Автор:Дина Арсланова
Читайте нас