

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә йәнә 303 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланған.
Вирус эләктергәндәр һаны, шулай итеп, 57 353 тәшкил итә. Әле стационарҙарҙа – 670 (431-е - 60 йәштән өлкәндәр), амбулатор шарттарҙа 3 571 (1 701-е - 60 йәштән өлкәндәр) кеше дауалана. Ауыр хәлдә - 65 сирле, 12 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Тәүлек эсендә 171 кеше һауыҡтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 14 ауырыуҙың сирҙе еңә алмағаны билдәле. Вирус ҡорбандары һаны хәҙер 1 130 тәшкил итә.
Үткән тәүлектә 138 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған һәм ошондай диагнозлы 118 ауырыу һауыҡҡан.
Республикаға бөтәһе 1 458 168 доза вакцина килтерелде. Прививка яһатыуҙы 1 005 523 кеше тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә генә 17 890 кешенең вакцина ҡаҙатҡаны билдәле. Эпидемиологик хәл тотороҡло күренһә лә, хәүефләнергә урын бар. Көҙ менән бергә киҫкен вируслы сирҙәр, киҙеү яҡынлаша, шуға күрә коронавирустан вакцина яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаһағыҙ ине.
Фото: Interfax.ru