Сәләмәт булайыҡ
1 Сентябрь 2021, 15:30

Ҡан плазмаһы ике-өс ауырыуға ярҙам итә ала

Исемлеккә Республика ҡан ҡойоу станцияһының Өфө, Нефтекама, Күмертау, Бөрө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларындағы ете пункт ингән.

Ҡан плазмаһы ике-өс ауырыуға ярҙам итә алаҠан плазмаһы ике-өс ауырыуға ярҙам итә ала
Ҡан плазмаһы ике-өс ауырыуға ярҙам итә ала

Стопкоронавирус.рф порталында Башҡортостанда COVID-19 инфекцияһына антиесемле ҡан плазмаһы тапшырыу пункттары исемлеге урынлаштырылған. Унда Республика ҡан ҡойоу станцияһының Өфө, Нефтекама, Күмертау, Бөрө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларындағы ете пункт ингән.

COVID-19 инфекцияһына ҡаршы ҡулланылған антиесемле плазма – коронавирус менән сирләгән йәки прививкаланған донорҙарҙың ҡан плазмаһы. Ул хәүефһеҙ, йәғни патогенлы бактерияларҙан һәм вирустарҙан тулыһынса таҙартылған. Плазма коронавирус менән сирләгән ике-өс ауырыуға ярҙам итә ала.

Процедура алдынан донорҙарға белгес менән мотлаҡ кәңәшләшергә кәрәк.

Ковидҡа ҡаршы плазма тапшырыу мөмкин булған медицина учреждениеларының мәғлүмәттәр базаһын Республикаға идара итеү үҙәге “Диалог” коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәте менән берлектә “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы һорауы буйынса эшләне.

#ЦУРБашкортостан

Фото: Vedom.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас