

Бөгөн бюджет средстволарын тәьҫирле һәм маҡсатлы файҙаланыу мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Ул Премьер-министр, Хөкүмәт комиссияһы рәйесе Андрей Назаров етәкселегендә барҙы.
Көн ҡаҙағында орфан сирле ауырыуҙарға дарыуҙар алыуға бюджет средстволарын файҙаланыуҙы тикшереү һөҙөмтәһе торҙо. Республиканың Финанс министрлығы тарафынан мөрәжәғәт нигеҙендә пландан тыш тикшереү үткәрелгән.
"Пациенттарҙы кәрәкле дарыуҙар менән ваҡытлы һәм сифатлы тәьмин итеү - киҫкен социаль һорауҙарҙың береһе һәм ул һәр саҡ йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә. Орфан сирҙәрен дауалау өсөн ҡиммәтле препараттар кәрәк. Дәүләттең финанс ярҙамынан тыш, ауырыу һәм уның ғаиләһе өсөн дауалауға киткән сығымдар көс еткеһеҙ. Хәҙерге ваҡытта республикаға орфан сирҙәренең 17 төрө буйынса түләүһеҙ дарыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирелгән. Уларҙың исемлеге Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған. Бындай сирҙәрҙән республикала 500-гә яҡын кеше яфалана", – тине Андрей Назаров.
Йыл һайын төбәк бюджетынан орфан сирлеләрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашырыуға байтаҡ сығым бүленә. Быйыл 300 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. Бер ауырыуҙы дауалау бюджетҡа уртаса 1 - 1,5 миллион һумға төшә.
Ултырышта шулай уҡ “Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы” һәм “Травматология-ортопедия” профиле буйынса һатып алыуҙарҙы үҙәкләштереү мәсьәләһе ҡаралды.
Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығына орфан сирҙәренә дусар булғандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә анализ үткәрергә, республикала льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларҙың берлектәге эш регламентына үҙгәрештәр индерергә ҡушылды.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.