Сәләмәт булайыҡ
1 Сентябрь 2021, 09:00

Дөрөҫ ҡарар, тип иҫәпләй онкологтар

Был осраҡта үҫмерҙәрҙең 85 – 95 процентын һауыҡтырыуға өлгәшәсәкбеҙ, тигән ышаныс белдерә улар.

Дөрөҫ ҡарар, тип иҫәпләй онкологтарДөрөҫ ҡарар, тип иҫәпләй онкологтар
Дөрөҫ ҡарар, тип иҫәпләй онкологтар

Онкология сирҙәренә дусар булған үҫмерҙәрҙе 18 йәштән һуң да профилле балалар дауаханаларына ҡабул итәсәктәр. Был ҡарарҙы онколог-гематологтар ни өсөн хуплап ҡаршы алды?

– Был йәш пациенттарҙы дауалауҙың тәьҫирлелеген яҡшыртасаҡ һәм һауығыусылар һанын арттырасаҡ, – тип иҫәпләй Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар онколог-гематологы Александр Румянцев. – 18-21 йәшлек үҫмерҙәргә ҡарата юғары интенсив протоколдарҙы ҡулланһаҡ, уларҙың 85 – 95 процентын һауыҡтырасаҡбыҙ.

Тәжрибәле табиптың һүҙҙәре ҙур өмөт тыуҙыра. Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, онкология сиренә дусар үҫмерҙәр хәҙер 18 йәш тулғас та профилле балалар дауаханаларында дауаланыуын тағы өс йыл дауам итәсәк. Был үҙгәрештәр граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына индерелгән.

Быға тиклем хәл башҡаса булды: 18 йәше тулыу менән, хәл-торошо нисек икәнлегенә, терапия этабына, сирҙең үҙенсәлегенә ҡарамаҫтан, үҫмерҙәр өлкәндәр дауаханаһына күсерелә ине.

 

Фото: om1.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас