Сәләмәт булайыҡ
1 Сентябрь 2021, 04:00

Йөҙөм төнәтмәһен нисек әҙерләргә?

Әгәр ҙә бауырығыҙ үҙен һиҙҙертеп алһа, ваҡытты һуҙмай дауалау сараларын күрергә кәрәк. Халыҡ медицинаһынан бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Йөҙөм төнәтмәһен нисек әҙерләргә?Йөҙөм төнәтмәһен нисек әҙерләргә?
Йөҙөм төнәтмәһен нисек әҙерләргә?
Әгәр ҙә бауырығыҙ үҙен һиҙҙертеп алһа, ваҡытты һуҙмай дауалау сараларын күрергә кәрәк. Халыҡ медицинаһынан бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ярты стакан йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа бер аҙ тотоп алығыҙ. Өҫтөнө 400 миллилитр ҡайнатылған һыу ҡойоп, бер тәүлеккә төнәтергә ултыртығыҙ. Иртәгәһенә төнәтмәне эсергә, йөҙөмөн ашап, ике сәғәт ятып торорға кәрәк. Аҙнаһына бер мәртәбә шулай эшләргә мөмкин. Дауаланыу ваҡыты - бер ай.
Күптәр бындай төнәтмәне күрәгәнән дә эшләй, әммә бауырҙы таҙартыу өсөн иң яҡшыһы ҡара төҫтәге йөҙөм иҫәпләнә.
Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: sunfruits.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас