Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2021, 17:00

Илназ аяғы менән яҙырға өйрәнә...

Быйыл йәй ҡазаланған Туймазы малайы Илназ дүртенсе класҡа уҡырға барҙы. Ҡулдары булмағас, әле ул...

Илназ аяғы менән яҙырға өйрәнә...Илназ аяғы менән яҙырға өйрәнә...
Илназ аяғы менән яҙырға өйрәнә...

Быйыл июлдә Туймазы районының Батай ауылында фажиғә була яҙҙы: ун йәшлек малай саҡ токтан һуғылып үлмәне. Малайҙар футбол уйнап йөрөгән саҡта туптары трансформаторға барып тейә, ә Илназ уны алам тип ҡулдарын яндыра.

– Аңыма килгәндә, туп янымда ята ине. Ҡулымдағы бармаҡтарымдың икәүһе тулыһынса янғайны. Һөйәктәрен генә күрҙем, – тип хәтерләй әле малай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илназдың ҡулдарын һаҡлай алмайҙар, уларҙы ампутацияларға тура килә. Малай реанимацияла аҙнанан ашыу ята һәм ун операция кисерә. Уның белдереүенсә, дауаханала бишенсе көн ятҡанында ҡулдарының юҡлығын аңлай һәм быны ҡабул итә. Дөйөм алғанда, ай ярым дауаханала ятып сыға.

Хәҙер малай өйөнә ҡайтҡан. Уның яҡындары Илназға йәшәү уңайлы булһын өсөн өйҙәрен үҙгәрткән.

– Шәхси йорт, әлбиттә, фатир түгел, бөтә нәмәне яңынан яһарға кәрәк, – ти әсәһе. – Әле улыма өйҙә уҡыу ойошторҙоҡ. Хәҙер уға уңайлы булһын өсөн өҫтәлде үҙгәртергә, компьютер һәм айырым клавиатура ҡуйырға кәрәк.

Быйыл Илназ дүртенсе класҡа уҡырға барҙы. Ҡулдары булмағас, малай аяғы менән яҙырға өйрәнә башлаған. Ике аҙна эсендә тура итеп һыҙыҡтар һыҙып та ҡуйған. Баланы оҙайлы реабилитация көтә. Ә ғаиләһе был ваҡытта инвалидлыҡ алыу һәм аҙаҡ протез ҡуйыуға сиратҡа яҙылыу өсөн документтар юллай. Уларҙы ҡуйыу, өйрәнеп китеү өсөн кәмендә бер йыл ваҡыт кәрәк.

Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас