Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2021, 10:00

“Кешелек COVID менән йәшәп өйрәнергә тейеш...”

Үкенескә ҡаршы, әлегә был зәхмәттән һаҡланыуҙың вакцинанан башҡа сараһы юҡ.

“Кешелек COVID менән йәшәп өйрәнергә тейеш...”“Кешелек COVID менән йәшәп өйрәнергә тейеш...”
“Кешелек COVID менән йәшәп өйрәнергә тейеш...”

Мәскәүҙең Коммунаркалағы ковид-госпитале баш табибы Денис Проценко әйтеүенсә, кешелек коронавирус инфекцияһын еңә алмаясаҡ, уның менән йәшәп өйрәнергә тура киләсәк. Уның фекеренсә, пандемия – вирус эпидемиялары тарихында яңы дәүер, кешелек быға тиклем дә ундайҙар менән аҙ осрашмаған.

“Беҙ уны еңербеҙме, юҡмы? Минеңсә, беҙ COVID менән бергә һыйышып йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ. Полиомиелит, ҡыҙылса, киҙеү менән йәшәргә өйрәндек бит, тимәк, коронавирус менән дә шулай буласаҡ, – тигән Проценко. – Йәшәү тигән һүҙ “вакцина яһатырға кәрәк” тигәнде аңлата". Прививкаланған ауырыуҙар сирҙе еңел үткәрә, ти ул.

Әле Рәсәйҙә ковидтан 554 мең самаһы кеше дауалана. Республикала иһә 4,2 меңдән ашыу сирле мәкерле вирусҡа ҡаршы көрәшә. Аҙнанан ашыу инде үлем кимәле юғары – көн һайын 14-15 ауырыу вафат була. Ә вирус йоҡторғандар көн дә 300-гә артып, ауырыуҙар һанына өҫтәлә тора. Ковид-койкалар һаны ла кәмей (8,5 %).

Кисәге мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 1005523 кеше вакцина яһатыуҙы тулыһынса тамамлаған. Күптәр был сараның мөһимлеген яҡшы аңлай, сөнки алда һалҡын, ямғырлы көҙ айҙары менән бергә киләсәк киҫкен вируслы инфекциялар, киҙеү һәр беребеҙҙе һағалаясаҡ. Үкенескә ҡаршы, әлегә был зәхмәттән һаҡланыуҙың вакцинанан башҡа сараһы юҡ.

 

Фото: Og.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас