

Зубов ҡасабаһындағы ковид-госпиталдә дауаланып йорттарына әйләнеп ҡайтҡан пациенттар ун меңдән ашты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән учреждение хеҙмәткәрҙәре бер йыл эсендә ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн көнө-төнө көрәште һәм әле лә көрәшә.
Ошонда дауаланып сыҡҡан Хәмит Йәркәевтең госпиталдең медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәте сикһеҙ. ”Вакцина яһаттым, тик туғандар менән аралашҡанда вирусты йоҡторорға өлгөрҙөм. Госпиталгә ауыр хәлдә килтерҙеләр, үпкәнең ҙур өлөшө зарарланғайны. Табиптар мине һауыҡтырҙы. Хәҙер ҡатынымдың ғүмере өсөн көрәшәләр. Ярай әле был госпиталде тиҙ арала төҙөй алдылар, тип һөйөнәм. Вакцина яһатҡанға күрә тиҙ аяҡҡа баҫтым, тип уйлайым“, - ти ул.
А блогының 1-се бүлексәһе мөдире Эдуард Балағотдинов әйтеүенсә, бөгөн бында 400 койка булдырылған, буштары ла бар. “Госпиталь айырым блоктарҙан тора, ә блоктар – 20 бокстан. Көн һайын 30-50 кеше һауығып сыға, шунса ауырыу ҡабул ителә. Пациенттарҙан бушаған палаталар йоғошһоҙландырыла. Вакцина яһатыу темпы көсәйеү менән сирлеләрҙең кәмеүен көтәбеҙ”, – тине табип.
Фото: Mkset.ru