Сәләмәт булайыҡ
2 Сентябрь 2021, 12:15

“Мәктәпкә бик барғым килгәйне...”

Ковид йәшәрә... Әле ундай диагноз 221 балаға ҡуйылған.

“Мәктәпкә бик барғым килгәйне...”“Мәктәпкә бик барғым килгәйне...”
“Мәктәпкә бик барғым килгәйне...”

Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар араһында балалар арта, тип хәүефләнә табиптар. Айырыуса 15 йәштән өлкәнерәктәр күп. Ковид йәшәрә... Әле 221 балаға ошо диагноз ҡуйылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө-төнө йүтәлләгән, тын алыуы ауырлашҡан кескәй пациенттар эргәһенән китмәй. Балаларҙы инфекциянан вакцинация ғына һаҡлай ала, тиҙәр.

– Минең мәктәпкә бик барғым килгәйне, – ти 11 йәшлек Әминә. – Ауырып китеү арҡаһында дауаханаға эләктем...

Уның кеүек 1 сентябрҙә тиҫтерҙәре менән бергә мәктәпкә аяҡ баҫа алмаған балаларҙың республикала байтаҡ икәнлеге билдәле.

Хроник сирҙәре булған пациенттар ковидты ауыр үткәрә, ти табиптар. Ундайҙарҙы 18-се дауахананың махсус бүлексәһенә килтерәләр. Кемдә – хирургик патология, кемдә – йөрәк сире, баш мейеһе ауырыуы... 54 йәшлек Фәйрүзә А. яңыраҡ инсульт үткәргән, өҫтәүенә коронавирус эләктергән, шуға күрә бында килтергәндәр. Йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә 400-ҙән ашыу сирле дауалана, һуңғы өс көндә генә 117 кешене ҡабул иткәндәр. Күбеһе ауыр хәлдә.

Бөгөнгө эпидемиологик хәл шатландырмай. Һуңғы тәүлектә республикала сирлеләр һаны йәнә 301-гә артҡан. 15 ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандары һаны 1145-кә етте. Һуңғы тәүлектә 89 ауырыу һауыҡҡан.

Ҡатмарлы сирҙән бары прививка ғына ҡурсалай ала, быны вакцина ҡаҙатҡан 1015426 кеше яҡшы аңлай. Ҡалғандар ҙа үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаһын ине.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас