

Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең уҡытыусылар коллективы яңы уҡыу йылын ҙур өмөттәр менән ҡаршы алды. Коронавирус хәүефе һаҡланһа ла, улар был мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуйылмаҫ тигән ышаныста. Мәктәп уҡытыусыларының барыһы ла прививка яһатҡан. Эш процесы өҙөлмәһен, уҡыу йылы уңышлы тамамланһын өсөн дәррәү тырыша улар.
Республикала үткән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан, “Мәғариф” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәфҡиә Риф ҡыҙы Хажиева бына 27 йыл инде ауыл балаларына белем бирә, уларҙы төрлө яҡлап үҫешкән, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләүгә тырышлығын һала. Беҙ уны яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, мәктәптә сирҙе йоҡтормау өсөн ҡабул ителгән саралар тураһында һораштыҡ.
– Мәктәбебеҙ бына тигән, ике ҡатлы, иркен. Белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Санитар-гигиена сараларын да ҡәтғи күҙәтәсәкбеҙ. Ҡыш айында мин коронавирус сирен кисерҙем, уның ниндәй мәкерле, ауыр икәнлеген яҡшы беләм. Шуға күрә мине вакцина яһатырға өгөтләү кәрәкмәне. Үҙеңдең һаулығыңды ҡайғыртыуҙан тыш, хеҙмәттәштәреңдең, ғаиләңдең, балаларҙың сәләмәтлеге тураһында ла уйларға кәрәк. Ирем менән икебеҙҙең дә әсәйҙәребеҙ оло йәштә, аралашмай йәшәп булмай. Мәғариф өлкәһендә лә осрашыуҙарһыҙ, фекер алышыуҙарһыҙ, ата-әсәләр менән күрешеп һөйләшеүҙәрһеҙ эшләү мөмкин түгел. Шуға күрә уҡытыусыларҙың бер төптән булып прививка яһатыуы дөрөҫ, – тине Тәфҡиә Риф ҡыҙы.
Ҡариҙел районы уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыу менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уңыштар һеҙгә!
Фото Т. Хажиеваның шәхси архивынан.