

Медицина фәндәре докторы, танылған ғалимыбыҙ Вил Тимербулатовтың ихлас күңелдән әйткән һүҙҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Нимә кәңәш итә беҙгә хөрмәтле замандашыбыҙ?
“Вакцина – йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле сара, ул эпидемия таралыуын да туҡтата. Һәр беребеҙ бала саҡта, унан һуң да төрлө ауыр сирҙәрҙән был процедураны үтте. Беҙ уларҙы йоҡтороуҙан гарантияланғанбыҙ.
Яңы коронавирус инфекцияһы – шулай уҡ йоғошло сир, инфекция закондары буйынса үҫешә, шуға күрә уны иҫкәртеүҙең дә иң уңышлы юлы булып прививка яһатыу һанала. Ике генә миҫал килтерәм: XVIII быуатта тәбиғи сәсәк сире 350 миллион кешенең ғүмерен өҙҙө, ә вакцина арҡаһында беҙ унан тулыһынса ҡотолдоҡ! 1918 йылда “Испанка” эпидемияһы ваҡытында 50 миллион кеше һәләк булды, йәнә вакцина ярҙамға килде.
Мин, табип булараҡ, ковидтан прививка яһатыу кәрәклегенә шикләнмәнем, быйыл ғинуар айында уҡ ҡаҙаттым. Кире тәьҫире тойолманы, бары энә ҡаҙаған урын ғына һыҙланы. Антиесемдәр титры миңә хирургия һәм уҡытыу эшмәкәрлеген алып барыу өсөн етерлек булды, шуға күрә тыныс эшләнем.
Пандемия осоронда вакцинаның зыяны, ҡот осҡос эҙемтәләре тураһында туҙға яҙмаған хәбәрҙе күп ишетергә тура килде. Минеңсә, аҡылы булған кеше бындай фейктарға ышанмаҫ һәм вакцина яһатырға ашығыр. Алдағы айҙарҙа коллектив иммунитетҡа өлгәшә алһаҡ, пандемияны мотлаҡ еңә аласаҡбыҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора”.
Динә ҒӘБДРӘХИМОВА.