Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2021, 04:43

Аллергия прививка яһатыуға сикләүме?

Рәсәй аллергологтары һәм иммунологтары ассоциацияһы эксперттары, коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатыу өсөн аллергия һәм ҡурылдай быумаһы сирҙәре ҡаршылыҡ була алмай, тип белдерҙе.

“Аллергия сирҙәренә дусар пациенттар вакцинациялауҙы башҡалар кеүек үткәрә. Прививка SARS-CoV-2 вирусына ҡаршы гумораль һәм күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килтерә” тиелә документта. Тик вакцина яһатыр алдынан аллерголог-иммунолог пациенттың хәл-торошон баһаларға һәм прививка эшләтеү мөмкинлеген асыҡларға тейеш, тигән талап та ҡуйыла. Сир киҫкенләшкән осорҙа вакцина ҡаҙатырға ярамағанлығы билдәләнгән.

Динә ҒӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас