Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2021, 04:13

Бөрйәндәрҙең аҡ халатлы фәрештәһе

“Гүзәл затҡа даими рәүештә табипта ҡаралыу мотлаҡ”, – ти белгес.

Эшен яратып, бар күңелен биреп башҡарған, тап шул һөнәрҙе һайлағандарына бер ҡасан да үкенмәгән кешеләр бәхетлелер. Ғүмерен сирлеләрҙе дауалауға арнаған Зәйтүнә Мырҙағолова – шундайҙарҙың береһе. Бөрйән райо­ны үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог булып 38 йыл хеҙмәт итә ул.

 Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе һыу кеүек эсә. Уҡытыусылар уны физика-математика йүнәлеше буйынса уҡырға өгөтләй. Әммә, ауылда кендек инәйе булып танылған өләсәһенең йоғонтоһо булғандыр, бәлки, Зәйтүнәнең күңелендә көтмәгәндә табип булыу хыялы бөрөләнә.

1977 йылда ҡыҙ документтарын Башҡортостан дәүләт медицина инсти­тутының дауалау факультетына тапшыра һәм, имтихандарҙы уңышлы үтеп, студент булып китә. Институтта уҡыған йылдарын йәшлегенең иң матур сағы тип иҫләй ул.

Һуңғы курста класташы, шулай уҡ табип һөнәрен һайлаған Фәйез Фәхретдин улы Мырҙағолов менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Йәш белгестәрҙе интернатура үтергә Учалыға йүнәлтәләр. Ыҡсым, йәшәү өсөн уңайлы таусылар ҡалаһы бик оҡшаһа ла, тыуған яҡ үҙенә тарта. Мырҙағоловтар Учалыла бер йыл йәшәгәндән һуң, Бөрйәнгә ҡайтып эш башлай. Терапевт һөнәренә уҡыған Зәйтүнә Ғәлиулла ҡыҙы, белемен камиллаштырып, акушер-гинеколог булып китә, бар күңел йылыһын, тырышлығын һалып, ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙе изге маҡсат итеп ала. Оҙаҡ йылдар дауамында Зәйтүнә Мырҙағолова меңләгән йөклө ҡатындың сәләмәтлеген күҙәтә, ауырыуҙарҙы дауалай, сабыйҙарға донъяға килергә һәм әсә булыу бәхетенә өлгәшергә ярҙам итә.

Бөрйән – тау-урман араһында урын­лашҡан төпкөл райондарҙың береһе. Ауылдар араһы ла байтаҡ саҡрымдарға һуҙылған. Ул эшләй башлаған йылдарҙа юлдарҙың торошо ла насар була. Тулғаҡ тота башлаған ҡатындарҙы йыраҡ ауылдарҙан район үҙәгенә килтереп еткереү мөмкин булмаған хәлдә, Зәйтүнә Ғәлиулла ҡыҙына, бар кәрәк-ярағын тотоп, йыш ҡына үҙенә юлға сығырға тура килә. Һауа торошоноң, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, кешене ҡотҡарыу маҡсаты алға баҫа. Ауыр хәлдәге ҡатындарҙың  ғүмерен һаҡлап алып ҡалған осраҡтары бихисап фиҙакәр табиптың.

Тәжрибәле гинеколог дауалап ҡына ҡалмай, ғаиләләрҙең яҙмышын үҙенекеләй ҡабул итеп, артабан да уларҙың сәләмәтлеге һағында тора. Кәңәштәре менән ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға тырыша.

– Бөгөн өсөнсө быуын ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итәм. Миңә килгән пациенттарҙың әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен дә дауалағанмын, бала табыуҙа ярҙам иткәнмен. Әлбиттә, дауаханала ул саҡтарҙағы шарттар бөгөнгө кеүек түгел ине. Хәҙер учреждениебыҙҙың матди-техник базаһы йылдан-йыл нығына, яңы технологияларҙы ҡулланып эш итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ҡатын-ҡыҙ әсә булыуҙы алдан планлаштырмай. Бала табыуҙы алдан билдәләү, ошо яуаплы осорға әҙерләнеү мөһим. Бының өсөн енси юл менән күсә торған сирҙәрҙән һаҡланырға кәрәк. Ауырға ҡалыр алдынан организмды әҙерләү, фолий кислотаһын, поливитаминдар эсеү, барлыҡ инфекцияларҙы асыҡлау өсөн тикшеренеү, ваҡытында диспансер иҫәпкә баҫыу мотлаҡ. Осраҡлы рәүештә ауырға ҡалғанда, ҡарындағы сабыйҙың үҫешендә теге йәки был тайпылыш хәүефе бар. Былтыр, мәҫәлән, ультратауыш тикшереүе ярҙамында шундай өс осраҡты асыҡлап, йөклөлөктө өҙҙөрөргә мәжбүр булдыҡ, – ти табип.

Һуңғы ваҡытта гүзәл заттың насар ғәҙәттәр менән мауығыуы ла борсой белгесте.

– Сер түгел, хәҙер бәғзе ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙән дә ҡалышмай эсә. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан, тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙың бала тыуҙырыу функцияһы боҙола һәм үле бала табыу хәүефе бер нисә тапҡырға арта, – тип әсенеүен белдерҙе ул.

Күптәрҙең яратҡан табибы гүзәл заттарға үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуын теләй.

– Был турала һәр табип ҡабатлай – һәр кемгә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта даими тикшерелеп тороу мотлаҡ. Гинекологта һәм терапевта ҡаралыу һаулыҡтағы проблемаларҙы асыҡлап, сирҙе башланған ваҡытында уҡ бөтөрөргә ярҙам итә.

Аналыҡ юлы яман шеше таралыу йәһәтенән онкологияла иң тәүге урындарҙың береһен биләй. Статистика буйынса, барлыҡ онкология сирҙәре араһында был типтағы шештәр бишенсе урында һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шешенән ҡала икенсе урында килә.

Онкология процесы башланғанға ни тиклем оҙағыраҡ ваҡыт үтә, сир шул тиклем дауалауға ла ауырыраҡ бирешә. Һуңғы стадияла пациентҡа ярҙам итеү мөмкин дә түгел. Был ауырыу йәшкә бәйле тип һанала: төп хәүеф төркөмө – 35 йәштән 50 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ. Яман шеш иртә асыҡланғанда унан дауаланыу кимәле 100 процент тәшкил итә. Сирҙе асыҡлау статистикаһы нығыраҡ хәүефләндерә. Үҙ сәләмәтлегеңә ҡарата иғтибарһыҙ булыу һәм профилактик тикшерелеү маҡсатында гинекологка һирәк йөрөү сирҙең аҙыуына килтерә һәм аналыҡ юлы яман шешенең шашып киткән кимәле 40 осраҡта тәүге тапҡыр асыҡлана. Был гинекологка тикшерелеүгә даими йөрөп тороуҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр раҫлай.

Заманса һәм киң таралған диагностика ысулы – шыйыҡсалы цитология. Республикабыҙҙа ошо юл менән анализдар алыу программаһы эшләп килә. Һәр ҡатын-ҡыҙ өс йылға бер тапҡыр быны үтергә тейеш. Диагностикалауҙың заманса ысулдары яман шеште хатта патологик процестың башланған ғына мәлендә асыҡларға мөмкинлек бирә.

Маммография йәки күкрәк биҙен УЗИ аша үткәреү ҙә – бик мөһим процедура. Анализдар аша яман шеш башланғыс стадияһында асыҡлана икән, ауырыуҙы еңел дауалап була. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе лә түшен даими рәүештә ҡапшап-ҡарап торһа, ундағы үҙгәрештәрҙе абайлай ала, – тип кәңәштәрен еткерҙе юғары категориялы белгес.

Пациенттарының проблемаларын йөрәге аша үткәреп, бар ихласлығы менән уларға ысын күңелдән ярҙам итергә атлығып торған ябай ҙа, бөйөк тә табиптарҙан ул Зәйтүнә Ғәлиулла ҡыҙы. Уның фиҙакәр хеҙмәте дәүләт тарафынан да юғары баһаланған. Зәйтүнә Мырҙағолова “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы”, “БР һаулыҡ һаҡлау өлкәһе отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ, төрлө кимәлдәге почет грамоталарының, маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-хисабы юҡ.

Әлбиттә, уны аңлап, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған яҡындары булмаһа, мәҡәлә геройы уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Тормош иптәше эшендә лә, өйҙә лә уң ҡулы, кәңәшсеһе була. 26 йыл татыу ғүмер кисереп, өс балаға ғүмер бирә Мырҙағоловтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан донъянан иртә китә. Райондың медицина өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән эшлекле, тынғыһыҙ етәксе Фәйез Фәхретдин улын хөрмәт менән иҫкә ала бөрйәндәр.

“Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тип юҡҡа әйтелмәгән. Мырҙағоловтарҙың өс балаһы ла үҙҙәренә оҡшап егәрле, эшкә күндәм, маҡсаттарға ынтылыусан булып буй еткерә. Ҡыҙҙары Гөлназ, ата-әсәһе юлын дауам итеп, табип һөнәрен һайлай, бөгөн Өфөлә невролог булып уңышлы эшләп йөрөй, Ғаиләһендә ҡыҙ бала үҫә. Уртансылары Ильяс Башҡортостан дәүләт ҡурсау­лығында баш бухгалтер булып хеҙмәт итә, өс бала атаһы. Кинйәләре Алмастың ғаиләһендә лә өс бала ҡанат нығыта, ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Әйткәндәй, Зәйтүнә Ғәлиулла ҡыҙының нәҫел тамырҙарында йөҙгә яҡын медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә. Юғары кластарҙа уҡыған ике ейәнсәре лә тормоштарын медицина өлкәһе менән бәйләргә уйлай. Тимәк, кешеләргә изгелек өләшкән аҡ халатлыларҙың быуындар бәйләнеше дауам итә.

Римма СОЛТАНОВА 

Бөрйән районы.

Читайте нас