

Республикала эпидемиологик хәл тотороҡло тойолһа ла, хәүефләнергә урын бар. Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 304 кеше йоҡторғанлығы асыҡланды. Сирҙе эләктергәндәр һаны 57958-гә етте. Тәүлек эсендә 14 ауырыуҙың һәләк булыуы билдәле.
Вакцина яһатыуҙы тулыһынса 1026067 кеше тамамлаған. Һуңғы тәүлектә 10641 кеше прививка эшләткән.
Барыбыҙ ҙа көҙҙө бер аҙ һағайып ҡаршы алабыҙ, сөнки көндәр һалҡынайыу менән киҫкен респираторлы сирҙәр баш ҡалҡытасаҡ, киҙеүҙең йонсотоуы ла ихтимал. Әлегә коронавирустың беҙҙе ташлап китәсәге тойолмай, ә ике вируслы сирҙең ҡушылыуы етди өҙлөгөүҙәр тыуҙырыуы ихтимал, тип иҫәпләй табиптар. Республикаға киҙеүҙән 400 мең доза вакцина килтерелде. Эксперттар әйтеүенсә, быйыл ауырыуҙар былтырғынан байтаҡҡа күберәк буласаҡ. Айырыуса иммунизация өлкәндәр, балалар һәм йөклө ҡатындар өсөн мөһим.
Киҙеүҙән прививканы хәҙер яһатырға кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәүгеләрҙән булып вакцина ҡаҙатты. Уның әйтеүенсә, республикаға киҙеүгә ҡаршы бер миллион дозанан ашыу вакцина килеүе көтөлә.
– Киҙеүгә ҡаршы йыл да прививка яһатам, бер тапҡыр ҙа уның менән ауырығаным булманы,– тине Максим Забелин.
Тағы бер яңылыҡ: Рәсәйҙә коронавирустан “антидот” эшләнде. Ул - сирҙең сәбәбенә йүнәлтелеүсе препарат. Хәҙерге ваҡытта табиптар коронавирустың эҙемтәләре менән генә көрәшә. Әгәр дарыуҙың тәьҫирлеге раҫланһа, ул донъяла коронавирусҡа ҡаршы эшләнгән берҙән-бер ҡәҙерле препарат буласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.