Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2021, 04:34

Ни өсөн “Спутник V”?

Вакцина клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Коронавирус таралыуға бәйле вакцина яһатыу тураһындағы һорауҙарҙың кәмемәүе – тәбиғи күренеш, сөнки әлегә илдә эпидемиологик хәл ҡатмарлы, яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк. Айырыуса вакциналарҙың сифатына, хәүефһеҙлегенә ҡағылғандары байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр “Спутник V” вакцинаһын ашығыс рәүештә киң ҡуллана башлауға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә, уның хәүефһеҙлегенә икеләнеүселәр ҙә етерлек, сөнки ул Евросоюз тарафынан танылыу алмаған, ойошманың ковид картаһына индерелмәгән. БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононоваға ошондай йыш осраған һорауҙарға яуап биреүен һорап мөрәжәғәт иттек.

 – Эйе, күптәр “Спутник V” вакцинаһын сирҙе иҫкәртеү өсөн ашығыс рәүештә ҡулланырға тотоноуҙы хупламай. Вакцина халыҡҡа барып еткәнсе күп һынау үтә, ҡатмарлы тикшеренеүҙәр аша теркәлгәндән һуң, протоколдар баҫылып сыға. Бөтә вакциналар, препараттар өсөн аныҡ хуплау протоколдары, етештереүгә һәм киң күләмдә ҡулланыуға индереүгә рөхсәт документтары бар.

Препаратты клиник һынау дүрт этаптан тора. Тәүҙә вакцинаны хайуандарҙа һынап ҡарайҙар, көҙән, алйырҙан һәм башҡа киме­реүселәрҙән һуң, клиник тикше­реүҙәрҙе кешегә оҡшаш маймыл­дарҙа үткәрәләр. Вакцинаның хәүефһеҙлеге һәм антиесемдәр барлыҡҡа килтереү һәләте асыҡ­ланғас, препаратты кешеләрҙә клиник һынауҙың беренсе өлөшө башлана. Был тикшеренеүҙәр ирекле башҡарыла. Һынау үткән ирекмәндәрҙән бәләкәй төркөм туп­лана, уларға ҙур хаҡ түләнә.

Кешеләрҙә үткәрелгән клиник һынауҙың тәүге этабында вакци­наның хәүефһеҙлеге иҫбатланғас, уның икенсе өлөшө башлана. Ҡағиҙә булараҡ, быныһында йө­ҙәр­ләгән кеше ҡатнаша. Етеште­реүселәр вакцинаның хәүефһеҙ­леген тикшереүҙе дауам итә, уның күләмен һәм ҡаҙатыу режимын һайлай, сәләмәтлек өсөн зыян килтермәҫлек көслөрәк антие­семдәр эшләп сығарырлыҡ доза билдәләнә.

Был этапты уңышлы үткәндән һәм вакцина яһау схемаһы һай­ланғандан һуң, клиник һынау­ҙарҙың өсөнсө өлөшө башлана. Яңы этапта вакцина меңәрләгән кешегә яһала. Һынауҙа ҡатнашыу ирекле, тик был осраҡта вакци­наның хәүефһеҙлеге иҫбатланған була инде. Шулай ҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙең күҙгә салыныуы ихтимал. Препараттың тәьҫир­лелеге баһалана, уның йоғоу һәм ауыр сиргә юлыҡтырыу ихтимал­лығы өйрәнелә.

– Уны ҡасан Евросоюзда таныуҙары, дауалауҙың юл картаһына индереүҙәре мөм­кин?

– “Спутник V” ошо ҡатмарлы, ентекле клиник һынауҙарҙы       уңы­ш­лы үтте. Тикшеренеүҙәр әле лә дауам итә, уға ҡулланма әҙерләнә. Мәҫәлән, ғалимдар вакцинаны ҡаҙатҡандан һуң, уның сирҙе көсәйтеүенә йоғонто яһау һәләтен өйрәнә. Был бәйләнеш асыҡлан­маған, клиник һынауҙар­ҙың өсөнсө этабы һөҙөмтәләре шуны раҫла­ған. Әлегә вакцина Евросоюздың юл картаһына индерелмәгән, әммә оҙаҡламай был хәл үҙгәрәсәк, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уны хуплау алдында тора. Тағы ла шуныһы яҡшы билдәле: вакцина тиҙ бирешә торған сирлеләрҙе, мәҫәлән, онкология, онкогематология ауырыуҙарын дауалау буйынса ҡайһы бер Европа протоколдарына индерелгән.

“КовиВак” һәм “ЭпиВакКорона” вакциналарының икенсе һәм өсөнсө клиник һынау этаптары тураһында халыҡ-ара отчеттар юҡ, шуға күрә Рәсәй биләмәһендә бары бер генә ғәмәлдәге вакцина тураһында әйтә алабыҙ, ул – “Спутник V”.

– Балалар өсөн вакцина буласаҡмы?

– “Спутник V” вакцинаһын үҫмерҙәрҙә һынау башланды. Уның хәүефһеҙлеге раҫланғас, эпидемиологик күрһәткестәр буйынса балалар календарына индерелеүе мөмкин.

– Вакциналарҙың ҡатын­дарҙың бала табыу функция­һына зарар килтереүе тураһын­дағы хәбәр дөрөҫмө?

– Был дөрөҫ түгел. Ошо темаға бер ниндәй ғилми баҫма йәки иғлан булманы, бер осраҡ та тер­кәлмәне. Эйе, интернет селтә­рендә етди хаталар ебәрелгән бер нисә ялған хеҙмәттең булыуын беләбеҙ, уларҙың береһе лә ғилми журналдарҙа баҫылмаған. “Спутник V” вакцинаһының ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу функцияһына зарары юҡ. Ул йөклө ҡатындарға прививка яһау өсөн рөхсәт ителгән. Башҡа вакциналарҙы тикшереү дауам итә. Әгәр ҡатын йөклөлөк ваҡытында коронавирус эләктерһә, сабыйын таба алмауы йәки баланың үле тыуыу ҡурҡы­нысы бар, шуға күрә ауырлы ҡатындарҙы үҙҙәрен һәм тыуасаҡ сабыйҙарын хәүефтән һаҡлау өсөн вакцина яһатырға саҡырабыҙ.

– Вакцина ҡаҙатыу тромбозға килтермәйме?

– Ковидтың йыш ҡына тром­бозға килтереүе билдәле, шуға күрә дауалағанда табиптар антикоагулянттар ҡуллана. Вакцина тромбозға килтерә алмай, сөнки ундағы компоненттар организмда гиперреакция тыуҙырмай, тромбтар йәки цитокин реакцияһын барлыҡҡа килтермәй.

– Вакцина яһатҡандан һуң ҡанды шыйығайтҡан дарыу эсергә кәрәкме?

– Үҙ белдегең менән дарыу эсеү яҡшыға килтермәй. Вакцина яһатҡандан һуң күберәк шыйыҡ­лыҡ эсегеҙ, физик көсөргәнеш тыуҙырған эштәрҙе башҡармағыҙ, көндө тыныс үткәрергә тыры­шығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Динә ҒӘБДРӘХИМОВА.

Читайте нас