Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2021, 04:15

Нисә йәштә бала табырға?

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Статистика буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30 проценты 25 – 29 йәштә тәүге тапҡыр әсә булһа, 20 проценты был шатлыҡты 30-ҙан һуң кисерә.

 

Ни өсөн йәш саҡта?

 

Беренсенән, ҡатын-ҡыҙҙың организмы ул осорға өлгөрөп еткән була. Икенсенән, буласаҡ әсә әле сирҙәр менән ҡаҡшамаған. Өсөнсөнән, төн йоҡоларҙы ҡалдырып сабыйҙы үҫтереү, тормош рәүешенең үҙгәреүе был йәштә ауыр ҡабул ителмәй. Янбаш-бот быуыны, мускулдар һығылмалы булғанлыҡтан, гүзәл зат баланы еңел таба. Бәпесләгәндән һуң уға тиҙ хәл инә. Бала төшөү, уның ҡарында дөрөҫ үҫешмәү ҡурҡынысы аҙ була.

Тәжрибәле белгестәр шундай кәңәш бирә: әгәр ҡатын-ҡыҙ өс бала тураһында хыяллана икән, тәүгеһен 23 йәштән дә ҡалмай табырға тейеш. Ике сабый әсәһе булырға теләүселәр беренсе бәпестәрен 27 йәштән һуңлама­йынса ҡулға алһа яҡшы. “Бер бала үҫтерһәм дә етә”, – тиеүселәр 32 йәштән дә ҡал­майынса әсә булыуҙы хәстәрләһен.

Һәр ҡыҙ бала билдәле бер һандағы түл күҙәнәктәре менән тыуа. Организмдың бүтән күҙәнәктәре яңырыу һәләтенә эйә булһа, түл күҙәнәктәре иһә һәр күрем һайын кәмей, иң элек көслөләре ҡан менән бергә бүленеп сыға. 30 йәштән һуң түл күҙәнәктәренең өлгөрөү һәм аталаныу мөмкинлеге аҙая. 27 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙ бик еңел ауырға ҡалһа, 27-нән һуң йөклөлөк ихтималлығы кәмей башлай, 37-нән һуң балаға уҙыу – Хоҙай бүләге.

Бала табыу өсөн ниндәй йәш ҡулай булыуы хаҡында бер төрлө генә яуап юҡ, ләкин бөтә табиптар ҙа “35-тән һуң ауырға ҡалыу әсә өсөн дә, ул йөрәк аҫтында йөрөткән сабый өсөн дә билдәле бер хәүеф тыуҙыра” тигән фекерҙә.

 

Икенсе йәки өсөнсө бәпесте нисә йәштә алып ҡайтыу яҡшы?

 

Балаларҙың йәш айырмаһын, әлбиттә, ата-әсә билдәләй, ләкин медицина күҙлегенән ҡарағанда, улар араһындағы иң һәйбәт айырма – ике-өс йәш. Беренсенән, ҡатын-ҡыҙ организмы был ваҡытта көс йыйып өлгөрә. Икенсенән, яңы тыуған сабыйҙы нисек ҡарарға кәрәклеге әле онотолмаған.

Тик икенсе бәпес алып ҡайтыуҙы 5 – 10 йылға һуҙырға кәрәкмәҫ. Ни өсөн тигәндә, ҡатын-ҡыҙҙа булған сирҙәр уның һаулығын ҡаҡшатыуы бар.

 

Нисә йәшкә тиклем өлгөрөп ҡалырға?

 

Был һорауға белгестәр бер тауыштан: “37 йәшкә тиклем!” – тип яуап бирә. 37-нән һуң ауырға ҡалыу мөмкинлеге кәмей, бала төшөү, уның ҡарында үлеү хәүефе ҙурая. Шулай уҡ әсәлә диабет, токсикоз башланыуы, баланың ваҡытынан алда йә тайпылыштар менән донъяға килеүе, йә үле тыуыуы бар.

35 йәштән һуң генетик ауырыуға дусар бала тыуҙырыу ҡурҡынысы ныҡ арта, шуға күрә өлкән йөклө ҡатындарға генетикта ҡаралып, тыуасаҡ сабыйҙа төрлө сирҙәр булыу-булмауын тикшертергә кәрәк.

Әлбиттә, бәпесте 40 йәштә, унан һуң да алып ҡайтырға мөмкин, ләкин бындай йәштә йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин, гинекология ауырыуҙары барлыҡҡа килеп, йөклөлөктө ҡатмарлаштыра. Әлбиттә, ул йәштә әсә һау бала тыуҙырырға теләһә, сәләмәтлеген алдан уҡ ныҡлы ҡайғыртырға тейеш.

Римма СОЛТАНОВА 

Читайте нас