Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2021, 18:15

Һәр кем сәләмәтлеген ҡайғыртһын

"Пневмококк инфекцияһынан яһалған прививка ярҙам иткәндер, сөнки үпкәне яһалма елләтеү аппараты аҫтында ятырға тура килмәне", - ти уҡытыусы.

Һәр кем сәләмәтлеген ҡайғыртһынҺәр кем сәләмәтлеген ҡайғыртһын
Һәр кем сәләмәтлеген ҡайғыртһын

Быйыл да яңы уҡыу йылы башланғанда коронавирус таралыу хәүефе артты.

Әле Өфө мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың 90 проценты вакцина яһатҡан. Шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә, прививка ҡаҙатыу ирекле булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла тиерлек уҡыу йылы башланыр алдынан прививка эшләткән.

82-се ҡала гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Татьяна Шайдуроваға 62 йәш, шуның ҡырҡ йылын ул балалар менән үткәргән. Прививка яһатыу-яһатмау мәсьәләһенә бәйле икеләнеп тормаған, был эшкә яуаплы ҡараған. Ул йыл һайын киҙеүгә ҡаршы прививканы ла даими яһатҡан. Пандемия башланған осорҙа пневмококк инфекцияһынан вакцина эшләтеп, үҙен коронавирус йоҡтороуҙан һаҡларға теләһә лә, килеп сыҡмаған – вирусты эләктергән.

“Ғинуар айында ҡаты ауырып киттем, февралгә тиклем 8-се дауаханала яттым. Ковидҡа хас бөтә билдәләр ҙә бар ине: еҫ-тәм һиҙеүҙе юғалтыу, юғары температура, хәлһеҙлек... Минең уйымса, пневмококк инфекцияһынан яһалған прививка ярҙам иткәндер, сөнки үпкәне яһалма елләтеү аппараты аҫтында ятырға тура килмәне, – ти ул. – Минән һуң өйҙә 83 йәшлек әсәйем сирләне. Үпкәһенең 40 проценты зарарланған ине. Ярты йыл үткәндән һуң прививка яһаттым. Дошманға ҡаршы “ҡоралланырға” кәрәклеген яҡшы аңланым”.

Уҡытыусы вакциналарҙың тәьҫире тулыһынса өйрәнелмәгәнлеге менән килешә, шуға күрә уйҙырмаларҙың күплеге, фекерҙәрҙең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы тәбиғи, тип иҫәпләй. Әммә ул сирҙе мотлаҡ иҫкәртеү кәрәклеген яҡлай. Өҫтәүенә үҫмерҙәр араһында инфекцияның таралыуы уҡытыусыларҙы хәүефләндерә. Татьяна Шайдурова әйтеүенсә, мәктәп уҡытыусыларының 80 проценты вакцина яһатып өлгөргән дә инде. “Бер кемде лә тыңламағыҙ, бары үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген ҡайғыртығыҙ”, – тип кәңәш бирә ул.

Фото Т. Шайдурованың шәхси архивынан.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас