Сәләмәт булайыҡ
3 Сентябрь 2021, 10:00

“Ҡыҙыл зона”ла һәр минут ҡиммәт

Табиптар әйтеүенсә, бында йышыраҡ 45 йәштән өлкәнерәктәр эләгә. Дауаланғандарҙың 98 проценты вакцина ҡаҙатмаған.  

“Ҡыҙыл зона”ла һәр минут ҡиммәт“Ҡыҙыл зона”ла һәр минут ҡиммәт
“Ҡыҙыл зона”ла һәр минут ҡиммәт

Көн дә Стәрлетамаҡ ковид госпиталенә 70-кә яҡын ауырыу килтерелә. Коридорҙа ятҡан пациенттар ҙа бар. Дауахана һаман да көсөргәнешле эшләй. “Ҡыҙыл зона” табиптары тын алғыһыҙ махсус костюмдарҙа. Ҙур быяла күҙлектәре ныҡ тирләп йонсота.  Ә сменаһына алты сәғәт эшләргә кәрәк, тиҙәр. BashNews хәбәрселәре госпиталдә күргән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Үткән аҙнала госпиталгә килтерелгән Диана Б. үҙенең вакцина яһатыуға ҡарамаҫтан ауырып китеүе тураһында һөйләне. ПЦР-тест сир барлығын асыҡламаһа ла, компьютер томографияһы үпкәнең 40 проценты зарарланғанын күрһәткән. Диагноз - ике яҡлы пневмония.

– Мин тын ала алмай башлағайным инде, йөрөп булмай.  Ковид билдәләре булыуын аңланым. Поликлиникаға барҙым, мине шунда уҡ госпиталгә оҙаттылар,– ти ул.

Бындай пациенттар госпиталдә 300-ҙән ашыу. Бында йышыраҡ 45 йәштән өлкәнерәктәр эләгә. Дауаланғандарҙың 98 проценты вакцина ҡаҙатмаған. Ни өсөн, ҡайҙа вирусты йоҡторалар һуң?

Табиптар әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың күбеһе ҡунаҡҡа йөрөп, алыҫтан  йорттарына ҡайтҡан балалары, туғандары менән аралашып сирҙе йоҡтора. Көнөнә 10-15 урын бушаһа, шул көндә үк уны яңы пациенттар биләй.

Үҙәктең 2-се бүлексәһе мөдире Лилиә Вәлиева  әйтеүенсә, бында алты меңдән ашыу пациент һауыҡтырылған.Үҙәк бер нисә корпустан тора. Лаборатор-диагностика бүлексәһе өс зонаға бүленгән.Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе экспресс-лаборатория ла, кислород станцияһы ла  бар. Һәр палатаға кислород килеүен тәьмин иткәндәр. Пациенттарҙың “икенсе һулышы” асылыуында ҡорамалдарҙан тыш,  медицина хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, иғтибарлығы сәбәпсе.

– Температура төшмәй аптыратты. Бик ҡаты ауырыным. Һөйләшерлек тә хәлдә түгел инем,– ти Дамира Ә. – Шәфҡәт туташтарына, санитаркаларға ҙур рәхмәт!

Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн бында бөтә мөмкинлектәр файҙаланыла. Госпиталь хатта көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға лә әҙер. Мәҫәлән, коронавирустан дауаланған йөклө ҡатындар өсөн  бала табыуҙа  ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә  бала табыу блогы  әҙер тора.

– Тәүҙә бик ауыр булды, ҡайһы саҡта илашып та ала инек. Аҙаҡ барыһына ла күнегәһең, хатта ниндәй уңайһыҙ костюмда эшләгәнеңде лә тоймай башлайһың. Беҙҙең өсөн әлегә ял көнө лә, байрам да юҡ, – ти табип Эльза Фәтҡуллина.

“Ҡыҙыл зона”ла һәр минут ҡиммәт. Биләмәлә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡ ойошторолоуы бик уңайлы, арып ҡайтҡан табиптар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Иртәгә йәнә кеше ғүмерҙәре өсөн көсөргәнешле көрәш башланасаҡ, батырҙарға ла ял кәрәк...

Фото:BashNews

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас