Сәләмәт булайыҡ
3 Сентября 2021, 17:30

Ҡырмыҫҡалыла “Һөт кухняһы” асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был турала нимә тип яҙҙы?

Ҡырмыҫҡалыла “Һөт кухняһы” асылдыҠырмыҫҡалыла “Һөт кухняһы” асылды
Ҡырмыҫҡалыла “Һөт кухняһы” асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Һөт кухняһы" тураһында яҙҙы. 

"Беҙҙең “Һөт кухняһы” продукцияһы сифатлы һәм файҙалы. Эремсек, йогурт, кефир һәм һөткә ихтыяж республикала арта ғына. Шуға күрә беҙ  таратыу фирма пункттары селтәре географияһын планлы рәүештә киңәйтәбеҙ, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы. - Бөгөн Ҡырмыҫҡалы ауылында яңы таратыу пункты астыҡ. Унда бушлай продукция алыу өсөн Ҡырмыҫҡалы районынан 180 баланың әсәһе киләсәк. Элек улар һөт аҙыҡтарын урындағы дарыуханала алды.

Пункт Солтан-Ғәлиев урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ул шишәмбенән йомаға тиклем 9.30 - 18.30 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Бушлай һөт аҙыҡтарын шишәмбе һәм йомала 11.00 сәғәттән 18.30 сәғәткә тиклем алырға мөмкин. Ҡоро ҡатнашмалар, бутҡалар шаршамбыла көн дауамында таратыла.

6 сентябрҙә тағы ла бер “Һөт кухняһы” автолавкаһы асыла. Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Федоровка һәм Миәкә райондары халҡы һорауы буйынса Үтәгәндә, Прибельскийҙа, Ермолаевта, Стәрлебашта, Федоровкала, Ҡырғыҙ-Миәкәлә күсмә пункт эш башлаясаҡ. Яңы маршрут льготаға эйә булған 460 баланы һөт аҙыҡтары менән тәьмин итәсәк.

“Һөт кухняһы”нда бөтәһе 129 таратыу пункты эшләй. Түләүһеҙ аҙыҡтарҙы аҙ килемле ғаиләләрҙәге 25 254 бала, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем 43 бала, 303 йөклө ҡатын һәм 198 имеҙеүсе әсә ала".

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас