

Рәсәй Федераль медицина-биология агентлығының йыйылма медицина отряды табип-белгестәре бригадаһы Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында, Әбйәлил районында халыҡты ҡабул итте.
Был сара тәүге медицина-санитар ярҙамды камиллаштырыу, йоғошло булмаған хроник ауырыулы пациенттарға диспансер күҙәтеүе ойоштороу, халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында уҙғарыла. Бригада 31 августа Сибай ҡалаһында 194 кешене ҡабул итте. Шуларҙың һигеҙе федераль медицина учреждениеларына өҫтәмә тикшереүгә, 12-е Өфөгә ебәрелде. Шулай уҡ 140 баланың сәләмәтлек торошо ҡаралды, 19-ы республиканың медицина ойошмаларына йүнәлтмә алды.
1 сентябрҙә белгестәр бригадаһы Баймаҡ ҡалаһында булды. Унда 195 баланың сәләмәтлек торошон ҡарап, уларҙың 19-на - республика медицина ойошмаларына, 24-нә федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтмә биргәндәр. План буйынса, республика дауаханаһында ятыу өсөн - бер, федераль медицина учреждениеһына һигеҙ балаға юллама тапшырылған.
Ололарҙан 187 кеше сәләмәтлеген тикшертә алған. Уларҙың 22-һе - республика дауаханаларына, бишәүһе - муниципаль-ара медицина үҙәгенә һәм етәүһе федераль һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына юллама алған.
Табип-белгестәр бригадаһы Әбйәлил районының Асҡар ауылында 178 баланы һәм 175 оло кешене ҡабул иткән. Балаларҙан - 16, ололарҙан 27 кеше - республика медицина ойошмаларына, 25 бала менән биш өлкән кеше федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына юллама алған. Икәү Белорет ҡалаһындағы муниципаль-ара дауаханаға ебәрелгән.
Медицина десанты Урал аръяғы халҡын ҡабул итеп, уларҙың сәләмәтлеген генә тикшереп ҡалманы, ә урындағы табиптарға ойоштороу-методик ярҙам да күрһәтте. Артабан улар Учалы, Белорет ҡалаларында эшләйәсәк. Унан Ҡырмыҫҡалы, Архангель райондарында, Красноусольскиҙа, Ишембайҙа буласаҡтар.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты.