

Сан-Мариноның һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, илдә ковид менән бәйле бөтә сикләүҙәр алынған. Ул – Европала коронавирус инфекцияһын еңгән тәүге дәүләт. Министрлыҡ “Спутник V” вакцинаһының яңы штамдарға юғары тәьҫирлеген раҫланы. Ил халҡының 70 проценты тап Рәсәй препараты менән иммунизацияланды.
“2021 йылдың март-апрель айҙарында пандемияның ауырлығын тойҙоҡ, дауаханаларға сирлеләр ағымы көсәйҙе. Халыҡтың күпселегенә “Спутник V” вакцинаһын ҡаҙатҡандан һуң медицина учреждениеларында койкалар бушай башланы, сирҙе йоҡторғандар кәмене. Хәҙер Сан-Марино Республикаһы дауаханаларында сирлеләр юҡ. “Спутник V” препараты халыҡта антиесемдәр барлыҡҡа килтерҙе”, – тип белдергән һаулыҡ һаҡлау министры Роберто Чиаватта.
Август аҙағында Рәсәй вакцинаһын Индонезия хупланы. Ул - препараттың тәьҫирлеген иҫбатлаған етмешенсе дәүләт. Тимәк, Ер йөҙөндәге дүрт миллиард халыҡ, йәғни бар халыҡтың 50 проценты, “Спутник V” препаратын таныны, хупланы тигән һүҙ.
Фото: glavnoe24.ru