

Былтыр Башҡортостан мәктәптәрендәге стоматология кабинеттарында 141301 бала тикшерелгән, уларҙың 49919-ы дауаланған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Маким Забелин белдерҙе.
Республиканың белем биреү учреждениеларында 204 стоматология кабинеты бар, уларҙың икәүһе – балалар баҡсаһында. Араларында 188-е тулы хеҙмәт күрһәтә, дүртәүһендә күсмә белгестәр санация үткәрә, тағы 12 кабинет әле булған лицензияһын яңынан теркәй.
“Юғарыға ос!” республика белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле нигеҙендә Башҡортостанда 68 заманса мәктәп стоматология кабинеты булдырылған. Былтырғы уҡыу йылында уларҙа 56303 бала тикшерелгән. Был эш буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙа килә.
2020 йылдың ноябренән алып балаларҙың күсмә стоматология комплексы республиканың алыҫтағы 11 районына барған. Унда белгестәр башлыса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, етем һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән балаларҙы ҡараған. Бындай күсмә комплекстарҙа 1381 бала тикшерелгән.
Максим Забелин белдереүенсә, өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып 800-ҙән 1000-гә тиклем уҡыусылы мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары һанын арттырыу тора. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡуйған йөкләмәгә ярашлы, мәктәп стоматология кабинеттарында уҡытыусылар ҙа дауалана алһын өсөн ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә.
– Йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙ алдына мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын арттырыу бурысы ҡуйырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. - Беҙ тағы 50-70 мәктәп стоматология кабинеты булдырырға тейешбеҙ.
Фото: medvestnik.ru