Сәләмәт булайыҡ
6 Сентября 2021, 10:40

Һәр кем донор була алмай

Донор бит ул бик баҫалҡы кеше, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә күңелен, ҡанын бирә, тик алмашҡа бер ни талап итмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр кем донор була алмайҺәр кем донор була алмай
Һәр кем донор була алмай

Өфөләге Ҡан ҡойоу станцияһында бер төркөм кешегә Рәсәйҙең почетлы  доноры  танытмаһы  һәм күкрәккә тағыла торған билдә  тапшырылды.  Республикабыҙҙа 11 меңдән ашыу Почетлы донор иҫәпләнә. Ҡан ҡойоу станцияһында һәм уның филиалдарында йылына 60 меңдән ашыу донация үткәрелә.

 Һәр кем донор була алмай. Йоғошло сирҙәр, 18 йәштән кесе, ә тән ауырлығы 50 килограмдан кәм булыу – донорлыҡҡа   ҡаршы күрһәткестәр. Татуировка яһатылыуына дүрт айҙан кәмерәк  ваҡыт  үткән осраҡта  ла  ҡан биреүгә яҡын юлатмаясаҡтар. Ҡырҡ тапҡырҙан күберәк ҡан биргәндәр “Рәсәй Федерацияһының почетлы доноры” тигән маҡтаулы  исемгә лайыҡ була.

– Шундай хәлдәр була: заманса супер ҡорамалдар, дарыуҙар  етерлек, әммә донор ҡанынан тыш кеше ғүмерен ҡотҡарыуы мөмкин түгел,– ти станцияның баш табибы Рәмил Хәмитов. – Беҙ быйыл танытмаларҙы тантаналы шарттарҙа тапшырырға булдыҡ. Донор бит ул бик баҫалҡы кеше, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә күңелен, ҡанын  бирә, тик алмашҡа бер ни талап итмәй.

Байрамды үткәреүгә ирекмәндәр, табиптар ярҙам итте. Станция хеҙмәткәрҙәре  ҡунаҡтар менән  берлектә бөгөн дә ҡан тапшырҙы.  Донорҙар өсөн медицина учреждениеһы  буйлап экскурсия үткәрелде.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова