Сәләмәт булайыҡ
6 Сентября 2021, 16:00

"Утҡа май һипкәндәй буласаҡ..."

Октябрҙә Башҡортостанда COVID-19 сиренең дүртенсе тулҡыны башланасаҡ, ти Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Утҡа май һипкәндәй буласаҡ...""Утҡа май һипкәндәй буласаҡ..."
"Утҡа май һипкәндәй буласаҡ..."

Сентябрҙә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һанының аҙ ғына кәмегәндәй тойолоуы ихтимал. Әммә октябрҙә Башҡортостанда COVID-19 сиренең дүртенсе тулҡыны башланасаҡ, тип раҫлай Асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган.

“Балалар – мәктәптәргә, студенттар – һөнәри уҡыу йорттарына, хеҙмәткәрҙәр офистарға ҡайта, һәм был оҙаҡламай яңы кластерҙар тоҡаныуына, яңы сир йоҡтороу сылбырҙары барлыҡҡа килеүенә алып киләсәк. Йәшәү тәртибе лә үҙгәрәсәк: көндәр һыуытыуы, ямғырҙар башланыуы менән кешеләр күберәк ваҡытын ябыҡ бинала үткәрәсәк. Быларҙың барыһы ла утҡа май һипкәндәй, һүрелә башлаған өсөнсө тулҡынды дөрләтеп ебәрәсәк. Минең күҙаллауҙарым һөйөнөслө түгел: сентябрҙә аҙ ғына кәмей башлаған сир октябрҙә артасаҡ, өҫтәүенә былтырғыға ҡарағанда юғары базанан башланасаҡ. Өсөнсө тулҡын шулай тамамланып та тормай, йәһәт кенә дүртенсегә күсәсәк”, – тигән А. Драган РБК-Уфа журналистарына биргән интервьюһында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан 16 ауырыуҙың вафат булғаны, 300 кешенең сирҙе йоҡторғаны билдәле булды.

Фото: Mk.ru

Автор:Дина Арсланова