Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2021, 09:00

Арпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙ

Арпа башланып ҡына торған саҡта, йәғни ҡабаҡ тирәһе ҡыҙара башлағанда, түбәндәге халыҡ ысулдарын ҡулланырға һәм сирҙән ҡотолорға мөмкин.

Арпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙАрпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙ
Арпаны халыҡ ысулдары менән дауалайбыҙ

Арпа - күҙ ҡабағының эренле елһенеүе. Тәүҙә ҡабаҡ эргәһендә шешеп ҡабарып тора, бер аҙҙан эренле шеш барлыҡҡа килә. Арпа ауыртып сығырға мөмкин, уның бер аҙна тирәһенән үҙенән-үҙе юғалыуы ла бар.


Нилектән сыға һуң арпа? Иң тәүҙә шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәмәгәнлектән. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты сирҙәре йә эстә ҡорттарҙың булыуы, иммунитеттың түбәнәйеүе, матдәләр алмашыуының боҙолоуы арпа сығыуға сәбәп булырға мөмкин.


Арпа башланып торған ғына саҡта, йәғни ҡабаҡ тирәһе ҡыҙара башлағанда, түбәндәге халыҡ ысулдарын ҡулланырға һәм уның барлыҡҡа килеүенән ҡотолорға мөмкин.
1. Биш юл япрағын һыуыҡ һыуҙа йыуып, уларҙы биш минут һайын алмаштырып ауыртҡан урынға ябырға.
2. Тырнаҡ сәскәһен (календула) (10-15 г 200 мл һыуға) сәғәт тирәһе төнәтеп, һөҙөргә, шуға 1-гә 10 нисбәтендә һыуыҡ һыу өҫтәргә. Календула - төрлө елһенеүҙәргә ҡаршы яҡшы сара.
3. Ауыртҡан урынға дегәнәк япрағын ыуып һалырға мөмкин. Уны сәй итеп эскәндә лә ярҙамы теймәй ҡалмаҫ.
4.Яңы барлыҡҡа килгән арпаға мамыҡ таяҡса менән һарымһаҡ һуты һөртөргә мөмкин. Тик уның күҙгә төшөүенән һаҡланыу зарур!

Фото:fishki.net

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас