

Хәҙисә еңгәмдең бәлештәре, пирогтары телеңде йоторлоҡ тәмле була. Әхирәттәре, күрше-күләне, һеңлекәштәре менән рәхәтләнеп аш-һыу серҙәре менән уртаҡлаша торған ғәҙәте лә бар. Ҡайһы бер кәңәштәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итмәксебеҙ, бәлки, аш-һыу әҙерләгәндә кәрәге тейер.
Еңгәмдең әйтеүенсә, ҡамырға һыуҙа иретелгән бәрәнге крахмалын һалһағыҙ, булка һәм пирогтарығыҙ мамыҡтай ҡабарып торор. Пирогтар тәмле булһын өсөн төп шарт-ҡамырҙың яҡшы ҡабарыуы. Бының өсөн ондо ялҡауланмай иләргә кәрәк, ти ул, беренсенән, онға осраҡлы эләккән ҡатнашмаларҙан ҡотолорһоғоҙ, икенсенән, он кислородҡа байығасаҡ.
Пирог, ҡоймаҡ һәм икмәк ҡамырын әҙерләгәндә һыуҙа болғатылған ике-өс ҡалаҡ манный ярмаһы өҫтәп тә ебәрә, “икмәгегеҙ кипмәй оҙаҡ торор, ҡабарынҡы булыр,” ти ул. Ҡамыр менән булышҡанда кухняла ел уйнап тормаһын, пирогтың өҫтө ҡатынҡы булып бешеүе бар. Бәлеш, пирог эслеге өсөн әҙерләнгән аҙыҡ йылы бүлмә температураһында булһын, юғиһә, ҡамырҙың күтәрелеүенә ҡамасаулаясаҡ.
Ҡамырҙы баҫҡанда ҡулдарығыҙ ҡоро булһын.Пирогты духовкаға ҡуйыр алдынан 15-20 минут көтөп тороғоҙ. Ваҡытынан алда ҡуйырға ашыҡһағыҙ, ҡамыр күтәрелеп өлгөрмәҫ, оҙағыраҡ бешер. Ҡамырға аҡ майҙы иретмәйенсә, ваҡлаған көйө һалығыҙ, сөнки иретелгән май ҡамырҙың структураһын боҙа, тип өйрәтә ул. “Һөткә баҫылған ҡамырҙан әҙерләнгән пирогтар тәмлерәк була, хуш еҫе аңҡып тора, өҫтө матур булып бешә. Ә бына шәкәрҙе әсе ҡамырға самаламай күберәк һалһағыҙ, пирогтың өҫтө тиҙ “алланыр”, хатта янып сығыуы ла ихтимал, өҫтәүенә пирог тейешенсә ҡабармаҫ,” - ти еңгәм.
“Ҡамырҙа ни тиклем һыу әҙерәк, ә май күберәк, пирог шунса ауыҙҙа эреп кенә торасаҡ. Ә бына ҡамырға сода һалһағыҙ, бешкәндән һуң уның ҡарайып киткәнен, ауыр еҫ килеүен тойорһоғоҙ,” - тиеүендә лә хикмәт барҙыр кеүек, еңгәм юҡты кәңәш итмәҫ.
Фото:dnaminuta.com