Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2021, 06:38

Үләндәрҙең батшаһы әремебеҙгә дан!

“Башҡортостан” гәзитенең авторы Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың социаль селтәрҙәге халыҡ дауаһы алымдарына ҡағылышлы яҙмалары бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Әлеге тотороҡһоҙ эпидемиологик хәл-торошта һәр дауа ла иғтибарға лайыҡ. Бары тик сама белеү, организмыңа зыян килтермәү, кәрәк икән, табип менән кәңәшләшеү генә зарур.

Зәүхиә ханымдың һуңғы яҙмала­рының береһе лә бихисап “лайыҡ­тар” йыйҙы, уҡыусылар тарафынан күсереп алынды. Уның ҡыҫҡар­тылған вариантын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн заман зәх­мә­тенә ҡаршы тороу, үҙеңде һаҡлау, сирләгән хәлдә лә тиҙерәк аяҡҡа баҫыу өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы, шуға күрә Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың фәһемле яҙмаһы менән танышыу һис тә зыян булмаҫ.

“Зәүхиә, яҡын таны­шым­дың хәле бик мөшкөл. Коронавирус эләктергән. Антибиотиктар ярҙам итмәгән. Көскә тын ала. 54 кенә йәш. Зинһар өсөн, берәй кәңәш бир”, – тип миңә таныш ҡатын шылтыратты.

Бындай ғөзөрлө үтенес­тәрҙе көн дә тигәндәй ишетеп торам, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. “Кем булһа ла килеп, минән әрем алып китһен”, – тинем. Ярты сәғәттән ҡустыһы килеп тә етте.

Битлек кейгән был егеттең апаһы өсөн ныҡ борсолғаны күренеп тора. Изге күңелле кеше булыуы йөҙөнә сыҡҡан был йәш ир-егеткә әремде нисек эсергә өйрәттем. Үҙенә лә профилактика өсөн эсә башларға кәңәш иттем. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10–15 бөртөк сәскәһен һалып, 10 минут тирәһе ҡаплап тоторға һәм һөҙөп эсергә ҡуштым. Аллергияһы булмауы һәйбәт, булған осраҡта ла әҙ-әҙләп барыбер эсергә кәрәк. Башта ике-өс сәғәт һайын эсеп, вирустың үрсеүен һәм үпкәне ҡыйратыуын туҡтатыу шарт. Артабан көнөнә өс тапҡыр эсергә, хәл һәйбәтләнә баш­лағас икегә ҡалдырырға. Һа­уығыу осоро башланғас, профилактика өсөн көнөнә бер тапҡыр эсеп тороу зарур.

Әрем эскән арауыҡта һарым­һаҡты турап йылы һыу менән эсеү, 2–3 лимон һәм бер әфлисун, сөгөлдөр һәм кишер һуттарын һығып эсеү организмды С витамины менән байыта. Шулай уҡ был эсемлектәр ҡандың ҡуйыры­уына юл ҡуймай. Ҡан нормаль хәлдә булһа, капил­лярҙар буйлап кәрәкле витаминдар бөтөн ағзаларға тиҙ тарала, әремдең көсө лә бөтә ағзаларға тиҙерәк барып етә.

Был хәлдән һуң ете көн үтте. Мин ҡатындың хәлен һораштым. Тын алыуы еңелләшеүен, хәле һәйбәтләнә башлауын әйтте.

Тағы бер тапҡыр яҙам: сирҙе иҫкәр­теү өсөн дә, ауырып киткән осраҡта ла сәй ҡайнарлығында әрем төнәтеп эсә башлағыҙ. Үләндәрҙең батшаһы әремебеҙгә дан! Еребеҙҙең бөтөн фай­ҙалы көсөн үҙенә һеңдергән ӘРЕМДЕҢ шифалы көсөн өҫтә яҙып киткән генә ҡатын түгел, Башҡортостан ерле­гендә йәшәгән бик күп кешеләр, туғандарым, таныштарым, таныш түгелдәр ҙә тойҙо, уны эсеп, ваҡытында үҙҙәренә ярҙам итте, әле лә дауам итә.

Аллергия булмаһа, әрем­дән, баландан, кишер һәм сөгөлдөр һутынан, лимондан, әфлисундан, һарымһаҡтан, һуғандан, ҡәнәферҙән бер кемгә лә зыян юҡ. Бер рәттән анализдар биреү, табиптарға күренеү, уларҙың кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалыу ҙа зарур. Сәләмәт булығыҙ, яҡташтар!”

Читайте нас