Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2021, 15:00

Үлем осраҡтары арта...

Коронавирус менән киҙеүҙең бергә ҡушылыуы ауырыуҙың хәлен ҡатмарландыра.

Үлем  осраҡтары арта...Үлем  осраҡтары арта...
Үлем осраҡтары арта...

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 301 кеше йоҡторғанлығы асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирҙе еңә алмайынса, 15 пациент вафат булған.

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Республикала мәкерле сирҙе барлығы 59 163 кеше йоҡторғаны билдәле. Һуңғы тәүлектә 280 ауырыу һауыҡҡан. Республикала 1 190 006 кеше прививканың тәүге компонентын яһатҡан. 1 052 983 кеше коронавирустан вакцина эшләтеүҙе тулыһынса тамамлаған.

Республикала эпидемия миҙгелендә киҙеүҙән прививка яһатыу ваҡыты етте. Миҙгел барышында 2 400 000 кешене прививкалау планлаштырылған. Әле республикаға киҙеүгә ҡаршы Ультрикс Квадри һәм СОВИГРИПП вакцинаһы килтерелгән. Балаларҙы прививкалау өсөн вакциналарҙың сентябрь уртаһында килеүе көтөлә.

Коронавирустан вакцина яһатыу барышында ла киҙеүҙән прививка эшләтергә кәрәк, тип иҫәпләй табиптар. Ике сирҙең бергә ҡушылыуы ауырыуҙың хәлен ҡатмарландырыуы билдәле. Прививкалар араһында бер ай ваҡыт булырға тейеш. Иң тәүҙә коронавирустан вакцинаны тулыһынса яһатығыҙ, аҙаҡ – киҙеүгә ҡаршы.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас