Сәләмәт булайыҡ
8 Сентябрь 2021, 06:30

Госпиталь табиптарына - гөлләмәләр...

  "Эштән сығыуыңа сәскәләр күтәреп ҡаршылаһындар әле! Кәйеф күтәрелде, хатта арығанымды  оноттом..."

Госпиталь табиптарына - гөлләмәләр...Госпиталь табиптарына - гөлләмәләр...
Госпиталь табиптарына - гөлләмәләр...

Өфөләге сәскә компанияларының береһе Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталь хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенә сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Хризантема, ромашка һәм башҡа сәскәләрҙән эшләнгән матур  композициялар менән конференция залы  тулды, ти табиптар. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, улар хәйриә акцияһы менән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттар исеменән рәхмәттәрен белдерергә теләгән.

– Беҙҙең компания төрлө акцияларҙа ҡатнашып, өфөләрҙе  һөйөндөрөргә ярата. Бөгөн  ковид менән көсөргәнешле  көрәштең  алғы һыҙығында һәр пациентты һауыҡтырыу өсөн тырышҡан табиптарҙы ниңә шатландырмаҫҡа, тигән уй башҡа килде, – ти Зарема Оморҙаҡова. – Сағыу сәскәләр уларҙың кәйефен аҙға  ғына булһа ла  күтәрһен!

Көнө буйы эш менән мәшғүл медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был көтөлмәгән хәл була, һәр кем гөлләмәләрҙе ихтирам билдәһе итеп ҡабул итә.

– Эштән сығыуыңа сәскәләр күтәреп ҡаршылаһындар әле! Кәйеф күтәрелде, хатта арығанымды  оноттом, – ти ҙур ҡәнәғәтлек менән шәфҡәт туташы  Регина Фәтҡуллина.

Фото:BashNews

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас