

Бер кем дә дауаханаға эләгеүҙән үҙен гарантиялай алмай, шундай көсөргәнешле мәлдә йәшәйбеҙ. Һәр хәлдә ауырып киткәндә үҙең менән нимә алырға кәрәклеген аныҡ белергә тейешһең. Табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.
Беренсенән, үҙең менән ошо документтарҙы ал: паспорт, ОМС полисы, СНИЛС, медицина картаһы яныңда булһа, уны ла онотма. Әгәр ПЦР-тест, МРТ һүрәтен эшләткән булһағыҙ, уларҙы ла алығыҙ.
Икенсенән, йыуыныу өсөн бөтә кәрәкле гигиена саралары, шул иҫәптән, ҡағыҙ салфеткалар, туалет ҡағыҙы, таҫтамал, тараҡ.
Мобиль телефондар һәм башҡа гаджеттарҙы палаталарҙа файҙаланырға рөхсәт ителә. Тик смартфондарҙы насар эшкәрткәндә вирусты өйгә алып ҡайтыу ихтималлығы бар, тип иҫкәртә табиптар. Дауаханала яҡын кешеләр менән бәйләнешһеҙ йәшәп булмай, улар һеҙҙең өсөн борсола, хәлегеҙҙе белергә тырыша. Ә госпиталгә инеү рөхсәт ителмәй. Башҡа ауырыуҙарға ҡамасауламау өсөн зарядка, наушник алырға онотмағыҙ. Реанимацияла телефон ҡулланыу тыйыла.
Кейемегеҙ уңайлы булһын, халат йәки спорт костюмы, пижама, эске кейем, ойоҡбаштар алығыҙ. Дауахананан сыҡҡанда кейемегеҙҙе үҙегеҙ менән алып ҡайта алаһығыҙ, тик уларҙы шунда уҡ йыуып, яҡшы итеп үтекләргә кәрәк. Резина тапочкалар – иң яҡшыһы.
Әгәр ҙә даими эсә торған дарыуҙарығыҙ булһа, үҙегеҙ менән алығыҙ. Табиптарҙы ниндәй дарыуҙар эсеүегеҙ тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ. Контактлы линзаларығыҙҙы өйҙә ҡалдырығыҙ, тип кәңәш бирә табиптар. Уларҙы йоғошло сирҙәр менән ауырығанда файҙаланмаҫҡа тәҡдим итәләр.
Блокнот менән ручканың да кәрәге тейеүе ихтимал. Әгәр өйҙән һауыт-һаба алырға уйлаһағыҙ, тиҙ генә ватылмай һәм яҡшы йыуыла торғанын һайлағыҙ. Табиптар коктейль өсөн ҡулланылған көпшә алырға тәҡдим итә, сөнки ауырыуҙар йыш ҡына ҡорһаҡтарына ятырға мәжбүр, ятҡан көйө эсеүе ауырлаша. Үҙегеҙ менән китап, гәзит-журнал алған булһағыҙ, уларҙы кире алып сығырға рөхсәт итмәйәсәктәрен дә белеп ҡуйығыҙ.
Фото:ria.ru