

Үткән тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторған 16 ауырыу вафат булған. Шулай итеп, инфекциянан һәләк булғандар һаны 1 249-ға етте, ошо һандың күпселеген 60 йәштән олораҡтар тәшкил итә – 1 008 кеше.
Тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын 300 кеше йоҡтороуы асыҡланған. Пневмония осраҡтары кәмемәй, һуңғы тәүлектә был диагноз йәнә 178 пациентҡа ҡуйылған. Стационарҙарҙа 673 ауырыу дауалана, 62-һе ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Республикала халыҡҡа прививка яһау дауам итә. Вакцинаның тәүге компонентын 1 202 181 кеше яһатҡан, тулыһынса тамамлағандар – 1 070 611 кеше.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә вирусты 18 380 кешенең йоҡтороуы, 794 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле.
Фото:moskva-tut.ru