Сәләмәт булайыҡ
9 Сентябрь 2021, 06:00

Балаларҙы ла ковид аямай

“Балаларыбыҙҙың өсөһө лә Анапанан ҡайтҡас, эс ауыртыуына зарланды. Эс китеүен, ҡоҫоуҙы баҫа торған дарыуҙар алдыҡ, тик хәлдәре яҡшырманы...”

Балаларҙы ла ковид аямайБалаларҙы ла ковид аямай
Балаларҙы ла ковид аямай

Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә,   республика ковид-госпиталдәрендә  – 61, өйҙәрендә 177 бала дауалана. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһында ике бина йыһазландырылған, коронавирусты йоҡторған пациенттар өсөн 16 айырым палата бүленгән.

Бүлексә мөдире Әлиә Әҡбәрова әйтеүенсә, былтырғы менән сағыштырғанда дауаханала дауаланған балалар һаны артҡан һәм сирҙе үткәреү ауырлашҡан. “Сирҙең клиникаһы үҙгәрҙе. Йүткереүҙән, юғары температуранан, тымауҙан тыш, балаларҙа уҡшыу, ҡоҫоу күҙәтелә. Стационарға хатта бер айлыҡ сабыйҙар эләгә,” – ти табиптар.

Алты йәшлек Родиондың әсәһе тәүҙә улында етди  сир билдәләрен  күрмәй, ҡәҙимге таныш дарыуҙар менән дауаларға тырыша. “Балаларыбыҙҙың өсөһө лә Анапанан ҡайтҡас, эс ауыртыуына зарланды. Эс китеүен, ҡоҫоуҙы баҫа торған дарыуҙар алдыҡ, тик хәлдәре яҡшырманы,” – тип һөйләй Ирина Хафизова. 

Бәләкәстәренең хәле ауырайғас, бер нисә көн урынынан тормағас, ашамағас,  йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына килтерәләр.  Әлбиттә, тәүҙә  әсә балаһының хәле еңеләйеүенә иҫәп тота, шуға күрә дауаханаға илтеүҙе кисектерә.

Балала ковид булыуы асыҡлана. Хәҙер Родион терелгән инде, тиҙерәк өйгә ҡайтарыуҙарын көтә. “Балаларығыҙҙы һаҡлаһағыҙ, үҙегеҙҙе лә һаҡлай аласаҡһығыҙ, – ти Әлиә Әҡбәрова. – Санитария ҡағиҙәләрен үтәү менән бергә мотлаҡ вакцина яһатырға кәрәк.”

 Фото:"Башинформ"

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас