

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ике район дауаханаһына баш табиптар тәғәйенләне.
Баҡалы үҙәк район дауаханаһына - Илдар Гәрәев, ә Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына Илдар Баҡаев етәкселек итәсәк.
Республика һаулыҡ һаҡлау дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Айгөл Йосопова әйтеүенсә, “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 500 мең һумлыҡ түләүҙе 38 белгес аласаҡ. “Ауыл табибы” программаһы буйынса иһә 1,5 миллион һумлыҡ түләүҙәр 83 табипҡа ҡаралған. Ун табип – бер миллион һумлыҡ, ун фельдшер – 750 мең һумлыҡ, тағы ла ике фельдшер 500-әр мең һумлыҡ түләүҙәр аласаҡ.
Кисәге "тура бәйләнеш" барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был программаларҙың дауам ителәсәге тураһында белдерҙе.
Фото: ”Башинформ”.