Сәләмәт булайыҡ
9 Сентябрь 2021, 15:30

Указға үҙгәрештәр индерелде

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ниҙәр рөхсәт ителде?

Указға үҙгәрештәр индерелдеУказға үҙгәрештәр индерелде
Указға үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, быға тиклем төнгө клубтарға, ябыҡ биналарҙа үткәрелгән күләмле физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн кәрәк булған документтар исемлегенә алты ай дауамында кисергән COVID-19 сире тураһында белешмә лә өҫтәлә.

Шуның менән бергә музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға барғанда вакцина яһатыу тураһында белешмә булыуын талап итеү ғәмәлдән сығарылды.

Йәнә Башҡортостанға Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландиянан килгәндәр өсөн 14 көнлөк мотлаҡ изоляция тураһындағы талап юҡҡа сығарылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас