

Республикала коронавирус таралыуы буйынса алынған көндәлек мәғлүмәт хәүефләндерә. Һуңғы тәүлектә тағы 304 кеше сирҙе эләктергән, 15 ауырыу вафат булған - һиҫкәндерерлек хәл шул.
Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 60 071 тәшкил итә, вирус ҡорбандары – 1 264. Тәүлек эсендә 211 ауырыу һауыҡҡан.
Амбулатор шарттарҙа дауаланғандар ҙа артты, бөтәһе – 4 768. Дауаханаларҙа – 695 пациент, 61-е ауыр хәлдә, 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандарҙың күбеһе Туймазы районында (63 осраҡ), Өфөлә (49), Нефтекамала (22), Октябрьский ҡалаһында (20) теркәлгән.
Республикала вакцинаның тәүге компонентын 1 207 882 кеше яһатты, иммунизацияны тулыһынса тамамлағандар иҫәбе - 1 079 586.
Фото: РБК