Сәләмәт булайыҡ
10 Сентябрь 2021, 09:59

“Бер йылдан эҙе лә ҡалмаясаҡ”

“Бер нисә йылдан һуң вакцинаның тәьҫире организмда ниндәй эҙемтәгә килтерәсәген бер кем дә белмәй” тигән имеш-мимештең киң таралыуы билдәле.

Халыҡ араһында коронавирусҡа бәйле уйҙырмаларҙың береһенә медицина фәндәре докторы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы  Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.

– Һеҙ иртән омлет яһағанығыҙ бармы? Күҙ алдына килтерегеҙ: һөт, йомортҡа алып, барыһын да ҡушып болғатаһығыҙ, тоҙ һалаһығыҙ һәм ҡыҙған табаға ҡояһығыҙ. Был аҙыҡтар һеҙгә яҡшы таныш, бына тигән тәмле ризыҡ килеп сыға. Бер ай үткәндән һуң ул һеҙгә нисек тәьҫир итәсәк? Бер нисек тә түгел. Был ваҡытта һеҙҙең организмығыҙҙа омлеттың эҙе лә ҡалмаясаҡ. Ошондай уҡ ысул менән вакцинаны яһайҙар. Ғалимдар бик яҡшы өйрәнелгән таныш матдәләрҙе бергә ҡуша,  аҙаҡ ниндәй  химик реакция буласағын  һәм ҡасан  уларҙың тарҡаласағын  яҡшы беләләр.

Прививка яһағандан һуң  матдәләрҙең  бер нисә йылға организмда һаҡланып ҡалыуы мөмкин түгел. Улар антиесемдәр барлыҡҡа килтерергә ярҙам иткәндән һуң бер нисә тәүлек үткәс тә организмдан сығарыла. Бер йылдан эҙе лә ҡалмаясаҡ.

“Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар араһында еҫ һиҙеү, тәм тойоу юғалыу осраҡтары бар. Кемдәрҙер был функцияларҙы тиҙерәк тергеҙеү өсөн араҡы еҫкәргә ҡуша...” Был уйҙырмаға табиптың яуабы ҡәтғи: Ковидтан һуң еҫ-тәм тойоуҙы тергеҙгән дарыуҙар юҡ. Араҡы еҫкәүҙе алйотлоҡ тип иҫәпләйем, интернет аша аҡыл һатҡандарҙың кәңәшен тыңламағыҙ, – ти белгес.

Читайте нас