

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер вакцинаны теркәне. “ЭпиВакКорона-Н” – дарыу сараларынан дәүләт реестрына индерелгән бишенсе вакцина.
Ул – теркәлгән пептидлы “ЭпиВакКорона”ның яңыртылған варианты. Айырмаһы – етештереүҙең технологик үҙенсәлегендә, яңыһында синтезлау уңайлы булһын өсөн ике пептид берләштерелгән, тип аңлата “Вектор” ғилми үҙәге ғалимдары.
Ҡулланманан күренеүенсә, вакцина 14 көн айырмаһы менән ике тапҡыр яһала. Компоненттарына һиҙгерлек көслө булғанда, аллергия реакциялары күҙәтелгәндә, киҫкен йоғошло, хроник сирҙәр баш ҡалҡытҡанда, уны ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ йөклөлөк осоронда, бала имеҙгәндә, яман шеш, ҡан ауырыуҙары менән сирләгәндә был препаратты ҡаҙамайҙар.
“ЭпиВакКорона-Н” “АURORA-CoV” тауар билдәһе менән етештереләсәк.