Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Сентябрь , 15:20

"Госпиталь тормошо яҡынайтты"

 "Тәүге көндәрҙә тамаҡҡа аш барманы, ә табип асыулана, ашамаһағыҙ, дарыуҙар ярҙам итмәйәсәк, ти".

"Госпиталь тормошо яҡынайтты"

– Ҡулыма ҡәләм алырға интернеттағы юҡ-бар хәбәр, уйҙырмалар мәжбүр итте. Стәрлетамаҡта яңы төҙөлгән госпиталдән сығыу менән унда эшләгән табиптарға рәхмәт һүҙҙәре яҙғым килде.

Дауаханаға мине “Ашығыс ярҙам” килтерҙе. Үпкәнең 56 проценты зарарланған булған. Тирә-яҡтағы бөтә нимә ҡуҙғыта, йәнгә тейә, яҡтылыҡ та, тауыш та, кешеләрҙең һөйләшеүе лә... Тын алыуы ауырайғанын тоям, – тип яҙа Евгения Дьяконова “Стерлитамакский рабочий” гәзите сайтында. – Мине шунда уҡ дауалай башланылар: энә ҡаҙайҙар, капельницалар, дарыуҙар тәғәйенләнеләр.Аҙ ғына хәлем йүнәлеү менән палатаға күҙ йүгерттем,  бөтәһе лә яңы, таҙа. Стеналар ҙа, түшәк тә, карауаттар ҙа. Анализдарҙы шунда уҡ бүлмәлә алдылар. Рентген, ультратауыш һәм башҡа аппараттарға махсус креслоларҙа илттеләр. Бөтә хеҙмәткәрҙәр аҡ  комбинезондарҙа, махсус битлектәрҙә. Шул тиклем эҫе!  Улар нисек сыҙай икән, тип уйлайым. Ауырыуҙарҙың көйһөҙләнеүенә лә түҙергә кәрәк, сөнки коронавирус йоҡторған сирлеләр бик шикләнеүсәнгә әүерелә, депрессия, ҡуҙғыусанлыҡ хас.

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы палаталарға “блатлылар” ғына эләгә икән тип уйламағыҙ, бында барыһы ла бер тигеҙ шарттарҙа дауалана. Ауылдарҙан килгәндәр ҙә етерлек.  

Тәүге көндәрҙә тамаҡҡа аш барманы, ә табип асыулана, ашамаһағыҙ, дарыуҙар ярҙам итмәйәсәк, ти. Уҡшытҡас, ниндәйҙер укол яһанылар.  Аҡрынлап хәл яҡшырғандай.

Палаталағы күршеләрем менән таныштым.Яйлап Зоя менән гимнастика яһай башланыҡ, шулай уҡ шәфҡәт туташтары өйрәткән тын алыу күнегеүҙәрен дә.  Беҙ уның менән шул тиклем дуҫлашып, яҡынлашып киттек, бер туғандарҙай айырылыштыҡ.Беҙҙе бергә үткәргән көндәр, кисергән ауырлыҡтар, яфаланыуҙар, ҡурҡыу тойғоһо, икеләнеүҙәр һәм,әлбиттә, үлемдән йолоп алып ҡалған аҡ халатлыларға рәхмәт тойғоһо берләштерҙе.

Госпиталдә эшләгән табиптарға  ҡарата дәғүә ишетһәм, миңә бик ҡыйын булып китә, сөнки күп ваҡытта улар ауырыуҙар хаҡында уйлай, хәстәрлек күрә. Араларында сирҙе үткәргәндәре лә ярайһы, хатта ике тапҡыр ауырығандары бар.Ауырыуҙарҙың да төрлөһө етерлек, берәүҙәр табиптарҙың кәңәштәрен  һис һүҙһеҙ тыңлай, икенселәр хәлдәре еңеләйә башлау менән көн һәм туҡланыу режимын тотмай, хатта тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы ла эсмәй башлай.  Табиптарға  дәғүә белдергәнгә ҡәҙәр сирләмәү өсөн үҙеңдең нимә эшләп ҡарауыңды иҫкә төшөр, мәҫәлән, ваҡытында прививка яһаттыңмы әле? – тип һорағым килә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Дина Арсланова