

Башҡортостанда “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы “Сәләмәтлек поездары” эшен дауам итә. Табиптар бригадалары алты районда түбәндәге график буйынса эшләйәсәк.
Өфө маршруты Шишмә районында эш башлай (13-17 сентябрҙә Алкин-2 ауылында);
Дыуан маршруты эшен тамамланы;
Нефтекама маршруты Дүртөйлө районында эшен дауам итә (13-15 сентябрҙә Семилетка ауылында, 16-17 сентябрҙә Мәскәү ауылында);
Октябрьский маршруты Әлшәй районында эшен дауам итә (13-14 сентябрҙә Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа, 15-17 сентябрҙә Тавричанкала);
Стәрлетамаҡ маршруты Күгәрсен районында эшен дауам итә (13-14 сентябрҙә Йомағужала, 15-17 сентябрҙә Мораҡта);
Белорет маршруты Хәйбулла районында эшен дауам итә (9-13 сентябрҙә Подольск ауылында, 14-16 сентябрҙә – Сиҙәм, 17-23 сентябрҙә Бүребай ауылдарында).
Табипҡа алдан яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү сират буйынса.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.