

Халыҡ араһында коронавирусҡа бәйле төрлө уйҙырмалар, ялған хәбәрҙәр йөрөй. Мәҫәлән, шуларҙың береһе: “Антиесемдәрҙе ай һайын тикшереп торорға кәрәк, улар юҡҡа сыҡҡас ҡына вакцина яһатырға мөмкин”. Медицина фәндәре докторы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир Вәлишиндең яуабы бәхәскә нөктә ҡуя.
– Антиесемдәрҙең күпме икәнлеген тикшереп тороу кәрәкмәй. Халыҡ һуңғы ваҡытта үҙендә күпме антиесем барлығы менән ҡыҙыҡһына, үҙ-ара “ярыша” башланы. Киҙеүҙән прививка яһатҡанда бер кем дә антиесемдәрен тикшертеү тураһында уйлап та ҡарамай бит. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм ғалимдар фекеренсә, антиесемдәргә тестарҙы вакцина яһатыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә файҙаланырға ярамай. Антиесемдәрҙең булыуы иммунитеттың барлығын аңлатмай. Һығымта: уларҙың кимәле ниндәй булыуына ҡарамаҫтан вакцина яһатырға кәрәк.
Тағы бер уйҙырма: ”Бер кем дә беҙгә нимә ҡаҙағандарын белмәй, вакцинаның составын әйтмәйҙәр, ә уҡырға табиптар бирмәй. “Бөтә мәғлүмәт Дарыу сараларының дәүләт реестрында бар. Ҡулланмалар бирелгән. Һәр кем улар менән ентекле таныша ала”, – тип аңлатты табип.