

Стәрлетамаҡ ковид госпиталенә көн дә 70-кә яҡын ауырыу килтерелә. Коридорҙа ятҡан пациенттар ҙа бар. Дауахана һаман да көсөргәнешле эшләй. “Ҡыҙыл зона” табиптары – тын алғыһыҙ махсус костюмдарҙа. Ҙур быяла күҙлектәре ныҡ тирләп йонсота. Ә сменаһына алтышар сәғәт эшләргә кәрәк, тиҙәр. BashNews хәбәрселәре госпиталдә күргән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Үткән аҙнала госпиталгә килтерелгән Диана Б., вакцина яһатыуға ҡарамаҫтан, ауырып китеүе тураһында һөйләне. ПЦР-тест сир барлығын асыҡламаһа ла, компьютер томографияһы үпкәнең 40 проценты зарарланғанын күрһәткән. Диагнозы – ике яҡлы пневмония.
– Мин тын ала алмай башлағайным инде, йөрөп булмай. Ковид билдәләре булыуын аңланым. Поликлиникаға барҙым, шунда уҡ госпиталгә оҙаттылар, – ти ул.
Бындай пациенттар госпиталдә 300-ҙән ашыу. Бында йышыраҡ 45 йәштән өлкәнерәктәр эләгә. Дауаланғандарҙың 98 проценты вакцина ҡаҙатмаған. Нилектән, ҡайҙа вирусты йоҡторалар һуң?
Табиптар әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың күбеһе, ҡунаҡҡа йөрөп, алыҫтан тыуған йорттарына ҡайтҡан балалары, туғандары менән аралашып сирләп китә. Көнөнә 10-15 урын бушаһа, шул көндә үк уны яңы пациенттар биләй.
Үҙәктең икенсе бүлексәһе мөдире Лилиә Вәлиева әйтеүенсә, бында алты меңдән ашыу пациент һауыҡтырылған.
Үҙәк бер нисә корпустан тора. Лаборатор-диагностика бүлексәһе өс зонаға бүленгән. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән экспресс-лаборатория ла, кислород станцияһы ла бар. Һәр палатаға кислород килеүен тәьмин иткәндәр. Пациенттарҙың “икенсе һулышы” асылыуына, ҡорамалдарҙан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, иғтибарлылығы булышлыҡ итә.
–Тән температураһы төшмәй аптыратты. Бик ҡаты ауырыным. Һөйләшерлек тә хәлдә түгел инем, – ти Дамира Ә. – Шәфҡәт туташтарына, санитаркаларға ҙур рәхмәт!
Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн бында бөтә мөмкинлектәр файҙаланыла. Госпиталь хатта көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға ла әҙер. Мәҫәлән, коронавирустан дауаланған йөклө ҡатындар өсөн бала табыуҙа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бала табыу блогы әҙер тора.
– Тәүҙә бик ауыр булды, ҡайһы саҡта илашып та ала инек. Аҙаҡ барыһына ла күнегәһең, хатта уңайһыҙ костюмда эшләгәнеңде лә тоймай башлайһың. Беҙҙең өсөн әлегә ял көнө лә, байрам да юҡ, – ти табип Эльза Фәтҡуллина.
“Ҡыҙыл зона”ла һәр минут ҡиммәт. Биләмәлә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡ ойошторолоуы бик уңайлы, арып ҡайтҡан табиптар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Иртәгә йәнә кеше ғүмерҙәре өсөн көсөргәнешле көрәш башланасаҡ, батырҙарға ла ял кәрәк...