Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Сентябрь , 14:15

“Пациенттарҙың нисек ауырығанын белмәйһегеҙ шул...”

Бәлки, аҙаҡтан вирусҡа ҡаршы тәьҫирле дарыуҙар ҙа барлыҡҡа килер, әлегә былай ғына был зәхмәттән ҡотолоу әмәле юҡ.

“Пациенттарҙың нисек ауырығанын белмәйһегеҙ шул...”

Зубов ковид госпиталендә эшләгән медицина фәндәре кандидаты Лиана Шәйхуллина әйтеүенсә, әгәр республикала йәшәгән һәр кем клиникала дауаланғандарҙың нисек ауырығанын күрһә, улар күптән прививка яһатҡан булыр ине.

– Күптәр дауаханаға эләккәс кенә ваҡытында прививка яһатмағанына үкенә. Мин тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: коронавирус– бик ауыр, ғәҙәти булмаған хәүефле сир, өҙлөгөүҙәре менән ҡурҡыныс тыуҙыра. Сирләгәндән һуң тромбоз, инфаркт һәм инсульт алыу хәүефе ҙур, – ти  Лиана Роберт ҡыҙы. – Ул башҡа инфекцияларға оҡшамаған, вирус ҡан системаһын ҡаҡшатыуға һәләтле.

Табип әйтеүенсә, вакцина яһатыу – эпидемиологик хәлде еңеләйтеү өсөн берҙән-бер сара. Бәлки, аҙаҡтан вирусҡа ҡаршы тәьҫирле дарыуҙар ҙа барлыҡҡа килер, әлегә дарыу төймәһе йотоп ҡына был зәхмәттән ҡотолоу әмәле юҡ. Йоғошло ауырыуҙар хеҙмәте беҙгә һәр саҡ кәрәк, быға тиклем дә эпидемиялар баш ҡалҡытҡылап торҙо. Әгәр республика халҡының өс миллион кешеһе прививка яһатһа, сир осраҡтары күҙгә күренеп кәмейәсәк.

”Беҙ бөтәбеҙ ҙә  бындай көсөргәнешле шарттарҙа йәшәүҙән арыныҡ. Коллектив иммунитетҡа өлгәшһәк, кешеләр һирәгерәк ауырыясаҡ һәм сир ҙә еңелерәк үтәсәк,”  – ти Лиана Шәйхуллина.

Фото: News.myseldon. com

 

Автор:Дина Арсланова