Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь , 09:00

"Аҡ халатлы фәрештәләр ҡотҡарҙы"

"27 июндә атайым менән әсәйемде райондан госпиталгә килтерҙек. Әсәйҙең хәле айырыуса ауыр, үпкәһенең 73 проценты зарарланып өлгөргән..."

"Аҡ халатлы фәрештәләр ҡотҡарҙы"

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Зубов ҡасабаһында йөҙ палатанан, шуларҙың 82-һе айырым бокстар һәм 18 реанимация блогын тәшкил иткән, бер юлы 450 пациентты ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә дауахана ҡалҡып сығыр тип кем уйлаған? Хәйер, бынан ике йыл элек йәшәү рәүешен тамырынан үҙгәрткән, барыбыҙҙы ла тәртипкә күндергән, санитария ғәмәлдәрен теүәл үтәргә мәжбүр иткән пандемия иғлан ителерен кем башына килтерһен?..

“14 августа, ун көн буйы өйҙә поликлиника табиптары тарафынан дауаланып та хәл яҡшырмағас, “Ашығыс ярҙам” мине Зубовтағы ковид госпиталенә илтте. Әле һаман баштан үткән ваҡиғаларҙы иҫләп ҡарайым да, бында эләкмәһәм, моғайын, инде донъяла йәшәмәгән булыр инем, тип уйлайым. Мине ҡотҡарыусы фәрештәм,  йәш кенә табип Айгөл Ғүмәрова,  һауыҡтырыу өсөн нимә генә эшләмәне, хатта Мәскәү табиптары менән бәйләнешкә инеп, кәңәштәр алды. Үҙе лә бик матур, һөйкөмлө, йәш... Дауахана етәкселегенә, бүлексә мөдире Зәлифә Йосоповаға, медицина хеҙмәткәрҙәре коллективына эште лайыҡлы ойошторғандары, ауырыуҙарға кешеләрсә мөнәсәбәттәре өсөн ҙур рәхмәт!”– тип яҙа Зөлфирә Шаһимәрҙәнова.

“27 июндә атайым менән әсәйемде райондан госпиталгә килтерҙек. Әсәйҙең хәле айырыуса ауыр, үпкәһенең 73 проценты зарарланып өлгөргән. Өҫтәүенә әллә күпме хроник сирҙәре бар. Уның өсөн өҙгөләнеүҙәремде аңлатырлыҡ түгел. Уларҙың икеһе лә В блогында ятты. Табиптар беҙгә “һауыҡтырыуға ышандыра алмайбыҙ, әммә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, тине. Бөтәбеҙҙе һөйөндөрөп, әсәйем һауыҡты! Атай-әсәйемдең ғүмерен ҡотҡарған В блогының медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ,” – тип яҙа Сафиндарҙың ҡыҙы.

Күҙгә күренмәгән“фронттың”алғы һыҙығында эшләгән, әллә күпме пациенттарҙан бары рәхмәт һүҙҙәрен ишеткән табиптарҙың береһе - В4 блогы мөдире Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы Йосопова менән  әңгәмәне “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

 Фото: шәхси архивтан.

 

Автор:Дина Арсланова