Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь , 14:00

“Бик матур кеше ине. Үҙе лә, күңеле лә...”

Мәкерле вирус бер кемде лә аямай – йәшен дә, ҡартын да.

“Бик матур кеше ине. Үҙе лә, күңеле лә...”

Мәкерле вирус бер кемде лә аямай, йәшен дә, ҡартын да. Ошо ял көндәрендә республикала тағы 32 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булды.

Кисә Өфө ҡалаһының Хайуандарҙы яҡлау альянсы бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Индира Сәләхованың вафат булыуын ишетеп тетрәндек. Ҡыҙғаныс хәл, вирус бына тигән эшлекле, хеҙмәттә янып йәшәгән кешеләрҙең ғүмерҙәрен дә ҡыя. Уға 55 йәш тә тулмаған ине...

“Ул һәр йәһәттән дә бик матур кеше ине. Индира әллә күпме хайуанды ҡотҡарҙы, тәрбиәләне, үлемдән алып ҡалды һәм уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәште. Урамда ҡалған хайуандарҙың да йәшәүгә хоҡуҡлы булыуын раҫларға тырышты,” – тип яҙа хеҙмәттәштәре йәмәғәт ойошмаһының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, барығыҙға именлек, сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: шәхси архивтан.

 

 

Автор:Дина Арсланова