Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь , 13:45

Хәл тотороҡло булһа ла, ҡатмарлы

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йәнә 310 кеше йоҡторған. 

Хәл тотороҡло булһа ла, ҡатмарлы

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йәнә 310 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Пандемия башланғаны бирле ковид менән 60994 кеше сирләгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы булһа ла, тотороҡло. Министр белдереүенсә, Башҡортостан сирҙең үҫеше буйынса 82-се урынды биләй.

– Әлеге ваҡытта 5443 кеше амбулатор дауалана, 714 кеше дауаханала ята. 49 кешенең хәле ауыр тип баһалана, улар интенсив терапия палатаһына урынлаштырылған. 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, – тине ул.

Башҡортостанда йоғошло сирҙәр менән ауырығандар өсөн 4545 урын бар. Бөгөн уларҙың 90 проценты биләнгән.  

Коронавирусты еңеүҙең юлы берәү, ул да булһа - вакцинация. Әлеге ваҡытта республикаға 1656508 доза вакцина килгән. Кешеләрҙең 1121698-е уның беренсе компонентын һәм 1991792-е икенсе компонентын һалдырған.

“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина республикалағы эпидемиологик хәл тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, бер аҙна эсендә 20 кеше “сысҡан биҙгәге” менән зарарланған. Һандар ҙур кеүек тойолһа ла, был былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 2,9 тапҡырға кәмерәк.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева