

Стәрлетамаҡ ҡалаһының клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә ошо йылдың тәүге яртыһында 500 000-гә яҡын тикшеренеү төрө үткәрелде. Ул 900,47 квадрат метр майҙанды биләгән айырым бинала урынлашҡан.
Лаборатор-диагностик бүлексәлә 20 белгес эшләй: юғары квалификациялы табиптар, бактериологтар, медицина лабораторияһы техниктары. Бында үткәрелгән биохимик, гематологик, молекуляр-биологик, микробиологик һәм дөйөм клиник тикшеренеүҙәр аныҡ диагноз ҡуйыуға булышлыҡ итә. Антиесемдәрҙе, антигендарҙы асыҡлау буйынса серологик тикшеренеүҙәр иммунофермент анализы өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар комплексы ярҙамында башҡарыла. Вируслы һәм бактериаль инфекцияларҙы диагностикалау маҡсатында үткәрелгән молекуляр-биологик тикшереүҙәр ПЦР өсөн ҡорамалдар комплектында яһала.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, бактериолог Денис Мирғәзиев әйтеүенсә, клиник микробиология лабораторияһы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тикшереүҙәрҙең сифатын контролләү һәм тәьмин итеү тора. Табиптар менән берлектә тикшеренеүҙәр алгоритмдарын оптимизациялау, лаборатория эшмәкәрлегенә заманса диагностика алымдарын индереү дөрөҫ, аныҡ диагноз ҡуйырға, тикшереүҙәр срогын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Киләсәктә йоғошло сир ҡуҙғытҡыстарын диагностикалау медицина ярҙамы сифатын һиҙелерлек яҡшыртыуға булышасаҡ.
Фото: VK.com