Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь , 21:30

Тағы ла ҙур юғалтыу...

Ғүмер буйы әллә күпме баланы ҡотҡарған, аяҡҡа баҫтырған табиптың арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеүе үтә йәл...

Тағы ла ҙур юғалтыу...

Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы Альфред Ишморатов вафат булды. Ул 1994 йылдан алып ошо учреждениела балалар анестезиолог- реаниматологы вазифаһында эшләгән.

Альфред Ишморатовтың хеҙмәттәштәре уның ваҡытһыҙ вафат булыуы менән бәйле туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. ”Ул беҙҙең өсөн һәр саҡ һөнәргә тоғролоҡ, миһырбанлыҡ, аҡыл өлгөһө буласаҡ. Хеҙмәттәшебеҙҙең ҡайнап торған йәшәү көсөн, тормош һөйөүсәнлеген, кешелеклек сифаттарын ғүмер буйына хәтерҙә тотасаҡбыҙ. Яҡты иҫтәлеге йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ”, – тип яҙа коллегалары социаль селтәрҙә.

Ғүмер буйы әллә күпме баланы ҡотҡарған, аяҡҡа баҫтырған табиптың арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеүе үтә йәл. Һаулыҡ һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡоростан ҡойолмаған шул. Әйтеүҙәренсә, табип коронавирустан вафат булған. Аныҡ сәбәбе экспертиза мәлендә асыҡланасаҡ. Табиптың туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: bsmp-ufa

Автор:Дина Арсланова