Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Сентябрь , 23:00

Юғары ҡан баҫымынан – ун ризыҡ

Белгестәр юғары ҡан баҫымынан йонсоған кешеләргә ошо ун ризыҡты даими ашарға кәңәш итә. 

Юғары ҡан баҫымынан – ун ризыҡ

Белгестәр юғары ҡан баҫымынан йонсоған кешеләргә ошо ун ризыҡты даими ашарға кәңәш итә.

  1. Майһыҙ эремсек йөрәкте нығыта, тамырҙарҙы таҙарта, кальций, магний, калий сығанағы булып тора. Көн һайын 100 грамм самаһы эремсек ашарға кәңәш ителә.
  2. Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Уны юғары ҡан баҫымынан ыҙалаған кешеләргә даими ашарға кәрәк.
  3. Һөмбаш (лосось) балығы омега-3 майлы кислоталарға бай. Ул ҡан баҫымын яҡшы көйләй.
  4. Һәр иртәне һоло бутҡаһынан башлау яҡшы һөҙөмтә бирер. Һоло – организм өсөн кәрәкле селен сығанағы.
  5. Ҡабаҡ орлоғо цинкка бай, инфарктты иҫкәртә. Көнөнә 20 грамм ҡабаҡ орлоғо ашау ҙа етә.
  6. Какао ҡан тамырҙарының торошона яҡшы тәьҫир итә. Әммә ул бик калориялы эсемлек, аҙнаһына ике сынаяҡтан арттырмағаыҙ.
  7. Ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн шыйыҡ (майлылығы аҙ булған) һөт эсергә кәңәш ителә. Әгәр һөт яратһағыҙ, көнөнә өс стаканға тиклем эсергә мөмкин.
  8. Шоколад йөрәк мускулдарын нығыта, ул бер ҡулланғанда ҡан баҫымын 5-10 мм-ға кәметә ала. Әммә сама белегеҙ.
  9. Баҙам (миндаль) сәтләүеге холестерин кимәлен кәметеүгә һәләтле. Ул калийға, магнийға һәм Е витаминына бай.
  10. Йәшел сәй эсегеҙ. Даими эскән осраҡта ул холестерин төйөндәрен тарата, организмдың ҡартайыуына ҡаршы тора. Мәҫәлән, Японияла юғары ҡан баҫымы менән сирләүселәр бик аҙ. Быны белгестәр япондарҙың донъяла йәшел сәйҙе иң күп эскән халыҡ булыуы менән аңлата.

Фото: todaymoldova.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова