Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Сентябрь , 16:30

Андрей Назаров ҡабаттан вакцина яһатты

Ул тәүге прививканы бынан бер йыл элек яһатҡанын һәм уның тәьҫирле булыуын  әйтте.

Андрей Назаров ҡабаттан вакцина яһатты

 Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров коронавирус инфекцияһынан ревакцинация үтте. Хөкүмәттең башҡа ағзалары ла прививканы ҡабаттан эшләтте.

– Бөтәгеҙҙе лә вакцина яһатырға саҡырам, сөнки әлеге бөтә донъя өсөн ҡатмарлы мәлде проблемаһыҙ үтеүҙә ул – берҙән-бер ысул.  Сирҙе үткәргәндәрҙең һәр береһе тиерлек ауыр эҙемтәләргә дусар. Өҫтәүенә реабилитация оҙайлы һәм ҡатмарлы, - тип билдәләне Андрей Назаров. Ул тәүге прививканы бынан бер йыл элек яһатҡанын һәм уның тәьҫирле булыуын  әйтте.

– Ковидтан вакцина барлыҡҡа килгәс тә, бынан бер йыл элек ирекмән сифатында яһаттым. Ул тәьҫирле булыуын күрһәтте. Үҙемде һәм тирә-яғымдағы кешеләрҙе һаҡлау өсөн прививка эшләттем. Был – заманға хас законлылыҡ, мин дә уға эйәрәм, - тине Андрей Назаров.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова